Даирә
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Октябрь 2020, 11:19

Балаһын көсләргә... әсәһе ярҙам иткән

Был башҡа һыймаҫлыҡ енәйәт ошо көндәрҙә Ҡалтасы районында була.

Хайуанға әйләнде ҡайһы бер кешеләр. Ошоноң ише хәбәрҙәрҙе ишетһәң, шулай тип уйлап ҡуйырға мәжбүр булаһың...
Башҡортостанда 13 йәшлек ҡыҙ баланы көсләү эше буйынса уның әсәһе ҡулға алынған. Ҡатын енәйәттә ҡатнашсы булараҡ үтә. Шулай уҡ уның 32 йәшлек өйҙәше лә тотолған. Тап ул баланы көсләгән.
Был ҡот осҡос енәйәт тураһында “Башҡортостан” ДТРК-һы хәбәр итә. Ваҡиға Ҡалтасы районы ауылдарының береһендә ошо көндәрҙә була. Балаһын көсләү тураһында полицияға ҡыҙыҡайҙың атаһы ғариза бирә. Ҡыҙ уға барыһын да һөйләп биргән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, енәйәт ваҡытында ҡатын ҡыҙын тотоп торған һәм тауышланмаҫҡа ҡушҡан.
“Тәфтиш комитеты органдары был факт нигеҙендә 131-се статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Шик белдерелгән кешеләр тотолған, тикшереү атҡарыла. Әле уларҙы һаҡ аҫтына алыу мәсьәләһе хәл ителә”, – тинеләр республика буйынса Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтендә.
Был ваҡиға менән республика прокуратураһы ла ҡыҙыҡһынған. Улар тикшереү үткәреп, күҙәтеү органдары эшмәкәрлегенә баһа бирәсәк. Был эске эштәр органдары, мәғариф, опека һәм попечителлек бүлектәре, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия һәм башҡалар.
Әлеге ваҡытта “Ғаилә” үҙәгенең район бүлексәһе баланы психологик яҡтан тикшерә һәм ярҙам күрһәтә. Ҡыҙыҡай әле өләсәһендә йәшәй.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Bala-in-k-sl-rg---s-e-yar-am-itk-n-494657/
Читайте нас: