Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Октябрь 2020, 23:48

Бәләкәй ҡыҙға бәйләнгән...

Татарстан кешеһе - Ҡырмыҫҡалыла йәшәгән 12 йәшлек ҡыҙға...

Интернет селтәрҙәрендә балаларыбыҙҙың нимә эшләгәнен белеп бөтәбеҙме? Ниндәй музыка тыңлай, фильм ҡарай, уйын уйнай, кемдәр менән аралаша?

Ныҡлап формалашып етмәгән бала аңына, психикаһына яман уйлы ят кешеләр интернет аша ла насар тәьҫир итеүе бар. Яңыраҡ шундай бер осраҡ тураһында билдәле булды. Бер ир социаль селтәрҙә балаларға бәйләнгән.

Бер ерҙә лә эшләмәгән 31 йәшлек Татарстан кешеһе "Бәйләнештә" социаль селтәрендә Ҡырмыҫҡалыла йәшәгән 12 йәшлек уҡыусы ҡыҙға бәйләнгән, уға аҙҙырғыс һүҙҙәр ҡулланып хәбәрҙәр яҙған - яҙмала бәлиғ булмағанды сексуаль характерҙа көсләү ғәмәлдәре бар тип квалификациялана. Ярай әле, ир йоратының бындай оятһыҙ ҡылығы фашланған, һәм уны Эске эштәр министрлығына һорау алырға килтергәндәр, граждан үҙ ғәйебен таныған.

Бына ошоноң кеүек хәүефтәр һағалауы мөмкин ғәзиздәребеҙҙе, шуның өсөн ололарға иғтибарлы булырға, төпсөнмәй генә бала менән ҡыҙыҡһынырға кәрәк, бындай темаға аңлатыу эштәре алып барыу ҙа ҡамасауламаҫ.

Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Аклима Гизатуллина
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: