Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Октябрь 2020, 19:07

Ҡандала ҡорбаны булмағыҙ...

Фатир һатып алдыҡ. Булған аҡса запасын тотоноп бөтөп, өҫтәүенә ипотека ла алғас, ремонт яһарға мөмкинлек булманы. Йыуып-таҙартып алдыҡ та, йәшәй башланыҡ. Элекке хужаларҙың йыһаздары ла ҡалғайны. Яңыһын йүнләгәнсе, тороп торһон тип, уларын да ҡалдырҙыҡ. Тик... Шатлығыбыҙ оҙаҡҡа барманы.

Улымда кинәт аллергия асыҡланды, өлкән ҡыҙым туҡтауһыҙ тире сиренән яфалана башланы. Табиптарға йөрөнөк, ниндәй генә дауалар яҙманылар. Малайҙың аллергияһы быумаға (астма) барып етте тиерлек. Бер мәл сираттағы табип менән ныҡлап әңгәмәләшеп киттек. Ул беҙҙең ниндәй шарттарҙа йәшәүебеҙ менән ҡыҙыҡһынды. Хәлде һөйләнем. Табип кисекмәҫтән өйҙә иҫке йыһаздарҙы сығарып ташларға, түшәктәрҙе дезинфекцияларға, хәлдән килгәнсә косметик булһа ла ремонт яһарға кәңәш бирҙе. “Өйөгөҙҙә саң ҡандалалары үрсегән, тип уйлайым. Улығыҙ анализ бирһен. Һеҙ өйҙә таҙалыҡ булдырығыҙ”, – тине”.
Был аяныслы тарихты таныш ҡатын һөйләгәйне. Үрҙә телгә алынған хәлдәр асыҡланғас, улар, ысынлап та, йорттарында иҫке йыһаздарҙан һәм барлыҡ саң йыя торған әйберҙәрҙән ҡотолдо, балаҫтар йәймәйҙәр. Улының хәле бер аҙ яҡшырҙы кеүек, әммә уның сире киҫкенләшмәһен өсөн, йортто һәр саҡ камил таҙалыҡта тотоу фарыз.
Эйе, таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе. Микробтар өҙлөкһөҙ үрсей, бары йортта даими тәртип урынлаштырыу, еүеш сепрәк менән әйберҙәр өҫтөн һөртөп, иҙәнде йыуыу ғына зарарлы микроорганизмдар таралыуын тотҡарлай. Айырыуса балалар үҫкән мөхиттә таҙалыҡ булдырыу бик мөһим.
Бигерәк тә ябыҡ бүлмә эсендә микроорганизмдар тупланған саң йыйыла. Туҙан үҙе тын алыу системаһы өсөн зарарлы, ә ундағы паразиттар организмды тағы нығыраҡ ҡаҡшата.
Саң бит бысраҡ ҡына түгел, ул бөжәктәр өсөн яҡшы аҙыҡ булған кеше тиреһе өлөшсәләренән, сәс ҡалдыҡтарынан да тора. Диван һәм матрастарҙы төйәк иткән ҡандалалар булыу ихтимал­лығы хаҡында ла оноторға ярамай.

Паразиттарҙы иҫкәртеү өсөн ниндәй саралар күреү мөһим? Тәү сиратта бүлмәләрҙе елләтеү һәм йыйыштырыу кәрәк. Иҙәндәрҙе йыуғанда, туҙан һөрт­кәндә зарарһыҙландырыусы саралар ҡулланығыҙ, әммә улар кеше һаулы­ғына зыян килтерергә тейеш түгел.
Йоҡлаған түшәктәрҙе даими алмаштырып, йыуып тороғоҙ. Бысраҡ түшәкте кер һаҡлаған һауытта оҙаҡ тотмағыҙ, йыуа һалығыҙ. Диван-балаҫтар булһа, ҡандала эҙҙәре күренмәйме – ҡарап тороғоҙ. Ҡараһыу таптар йыртылып торған обойҙар артында, картина рамаларында, йыһаз араһында булыуы ихтимал.
Онотмағыҙ: йорт ни тиклем таҙа, һеҙ ҙә шул тиклем сәләмәт!
Фото: rocioboliver.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/andala-orbani-bulma-i-495535/
Читайте нас: