Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Октябрь 2020, 15:59

1 декабргә тиклем күп кеше ҡатнашҡан саралар сикләнә

Ошоға тиклем планлаштырылған байрам саралары булмаясаҡ.

Республикала коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлашыу арҡаһында күп кешеләр ҡатнашҡан саралар әлегә үткәрелмәй торасаҡ. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
– 1 декабргә тиклем бөтә сараларҙы ла тиерлек үткәрмәҫкә йәки техник рәүештә генә ойошторорға ҡарар иттек. Әгәр саралар үтә мөһим икән, уларҙа күп кеше ҡатнаштырмаҫҡа һәм барлыҡ талаптарҙы үтәргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Мәҙәниәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Наталья Лапшина белдереүенсә, әлеге ваҡытта бөтә театр-концерт залдары яртылаш ҡына тултырыла, тамашасылар шахмат тәртибендә ултыра, залға тик битлектә генә индереләләр.
Китапхана һәм музейҙарҙа бер юлы 50-нән ашыу кеше индерелмәй. Театр һәм концерт ойошмалары ваҡытлыса гастролдәр һәм күсмә сараларға йөрөмәй. Көн һайын тармаҡта сирләп киткән кешеләрҙе тикшереп тороу ойошторолған.
Хәҙер хәлдәрҙең ҡатмарлашыуын иҫәпкә алып, министрлыҡ залдарҙы 30 процентҡа ғына тултырыу тәҡдиме менән сыҡты. Шулай уҡ төркөм менән шөғөлләнгән түңәрәктәрҙе үткәрмәй торорға, урам буйы сараларын ике тапҡырға ҡыҫҡартырға һәм мөмкин булғанса онлайн форматта эшләргә тәҡдим итте. Тик ныҡ мөһим һәм кәрәкле саралар ғына үтәсәк.
17 октябрҙә Бәләбәй ҡалаһында төҙөкләндерелгән паркты асыу һәм фестиваль үткәреү күҙаллана ине. Хәҙер байрам урынына паркты техник асыу ғына буласаҡ. Ҡунаҡтар һәм халыҡ саҡырылмаясаҡ. 25 октябрҙә Бөрө ҡалаһында ла парк асылыуы һәм Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған саралар үткәрелергә тейеш ине. Бындала асыу техник рәүештә генә буласаҡ, концерт һәм башҡа саралар булмай. 2 ноябрҙә ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү тантанаһы шулай уҡ күп кеше саҡырмай ғына ойоштороласаҡ.
– Кешеләр менән бергәләп яңы объекттарға шатланырға, матур саралар үткәрге килә ине. Тик әлегә барыһын да сикләргә мәжбүрбеҙ. Халыҡты зарарламайыҡ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/1-dekabrg-tiklem-k-p-keshe-atnash-an-saralar-sikl-n-495834/
Читайте нас в