Борай районы кешеһе – 52 йәшлек Ирек Ямалов үтә ауыр енәйәттәр башҡарған кеше. Ул оло йәштәге ҡатындарҙы көсләгән, туҡмаған, талаған һәм үлтергән. Ошо көндәрҙе Татарстанда уға ҡарата суд булды. Ултырыш ябыҡ тәртиптә барған.
Әйткәндәй, ир быға тиклем көсләгән һәм талаған өсөн туғыҙ йыл төрмәлә ултырған булған. Сыҡҡас, тыуған яғы Борай районына ҡайтҡан. Тик насар ғәҙәтен бер ҙә ташламаған.
2018 йылда ул Татарстанда Минзәлә ҡалаһында 85 йәшлек пенсионер ҡатындың йортон баҫып ингән. Уның өс мең һум аҡсаһын урлаған һәм башына кирбес менән һуҡҡан. Был тиклем ауыр йәрәхәттәр алған ҡатын һәләк була. Ул саҡта ирҙе таба алмайҙар.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ул Түбәнге Новгород өлкәһенә барып сыға. Бында Дзержинскийҙа йәнә 78 йәшлек ҡатынға һөжүм итә. Уны мөртәт ҡаҙаҡ һурғыс менән туҡмаған, телефонын һәм бер нисә йөҙ һум аҡсаһын алған. Аҙаҡ көсләгән. Ҡатын, бәхеткә күрә, иҫән ҡалған. Уның ирҙе һүрәтләүе буйынса яуыз ҡулға алынған.
Татарстандың Юғары суды ирҙе бар енәйәттәрендә лә ғәйепле тип тапҡан һәм 20 йылға ҡаты режимлы колонияға хөкөм иткән. Шулай уҡ ул үлтерелгән ҡатындың ғаиләһенә миллион һум компенсация түләргә тейеш.