Даирә
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Октябрь 2020, 14:33

Өс ҡатын да йәрәхәтләнгән...

Тәүлек эсендә эскән килеш руль артына ултырған 75 водитель тотолған.

Ауырғазы районындағы юл-транспорт ваҡиғаһында өс кеше төрлө кимәлдәге йәрәхәттәр алған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, 11 октябрҙә Өфө - Ырымбур юлының 80-се километрында Стәрлетамаҡтан 70 йәшлек водитель "Лада Калина” машинаһында һулға боролғанда ҡаршыға килгән “Hyundai Creta” автомобиленә бәрелә.
Һөҙөмтәлә “Лада Калина”ның пассажирҙары – 33, 60 һәм 68 йәшлек ҡатындар – төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр ала.
Һуңғы тәүлектә республика юлдарында биш автомобиль аварияһы теркәлгән, ете кеше йәрәхәтләнгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2200 осрағын теркәгән, эскән килеш рулгә ултырған 75 водитель тотолған.
Фото:ЮХХДИ.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: