Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Октябрь 2020, 15:01

Помидорҙы туңдыраһығыҙмы?

Ҡышҡа етерлек итеп помидор туңдырып өлгөрөгөҙ. Уны аш-һыу әҙерләгәндә, бигерәк тә пицца бешергәндә рәхәтләнеп ҡулланырға була.

Иң уңайлыһы - помидорҙы бөтөн килеш туңдырыу. Әҙерләр алдынан уны йылыраҡ һыуҙа (кран аҫтында) бер аҙ сайҡатып алырға кәрәк. Шулай иткәндә, ҡабығы һыҙырылып сыға. Артабан уны үҙегеҙгә кәрәк булғанса киҫеп файҙаланырға мөмкин. Пицца өсөн түңәрәкләп турап туңдырырға ла була. Тик дөрөҫ һаҡлау мотлаҡ: тәүҙә полиэтилен йәйергә, унда помидорҙы бөтөн килеш һалырға йәки телемдәрен теҙеп сығырға, унан тағы ла полиэтилен менән ҡапларға кәрәк.
Бер нисә тапҡыр полиэтиленға урағыҙ. Уның рулон формаһын ҡулланыу яҡшыраҡ та, уңайлы ла. Шулай уҡ помидорҙы контейнерға һалып туңдырырға мөмкин.
Һалҡын ҡыштарҙа көҙгө муллыҡты хәтергә төшөрөп, кәйефегеҙҙе күтәрер туңған помидорҙар.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: