Социаль селтәрҙәрҙә халыҡ саң һуға: Өфөләге Цветочная урамындағы мәйетхана янына ритуаль хеҙмәт машиналары ҙур сиратҡа теҙелгән. Кешеләр белдереүенсә, был машиналар сираты бер нисә көн дауамында бар һәм бөтөргә уйламай ҙа. Ҡурҡмаҫ ереңдән ҡурҡырлыҡ шул...
“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфөлә йәшәгән кеше пневмониянан вафат булған туғандарының кәүҙәһен өс көн үткәс кенә махсус ҡапта алып буласағын әйткән.
– Бик күп машиналар тора. Бындай хәл тураһында ишеткәнем дә, күргәнем дә булманы, – тигән ул.
Мәғлүмәт агентлығы комментарий алыр өсен республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына мөрәжәғәт иткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “әлеге ваҡытта мәйетханаға мәрхүмдәр ковид-госпиталдәрҙән генә түгел, ә маршрутизацияға ярашлы башҡа дауаханаларҙан да килә”, – тип әйткәндәр министрлыҡта.