Симптомдарын да яҡшы беләбеҙ кеүек, уларҙың береһе генә барлыҡҡа килһә лә, шикләнә, ҡурҡа башлайбыҙ. Тән температураһы күтәрелә, баш, тамаҡ ауырта, ҡоро йүткертә, тәм, еҫ һиҙеү юғала, хәл бөтә башланы икән, тимәк, һеҙҙә коронавирус булыуы ихтимал. Ғалимдар ныҡ осрамаған симптомдар тураһында ла әйтте: эс ауыртыу, конъюнктивит, ҡоҫҡо килеү, эс китеү ҙә һеҙҙең ковид менән сирләүегеҙ тураһында иҫкәртеүе бар.
Әле иһә Бөйөк Британия ғалимдары коронавирустың тағы яңы өс симптомын асыҡлаған. Был - мускулдар ауыртыуы, ныҡ итеп хәл бөтөү һәм аяҡта күперткеләр барлыҡҡа килеү. Был турала кисә Daily Mail гәзите хәбәр иткән.
Шул уҡ ваҡытта яңы билдәләр коронавирустың рәсми симптомдары исемлегенә индерелмәйәсәк. Сөнки улар ҙа булһа, ығы-зығы тыуыуы, тағы ла күберәк кешенең шикләнеп, анализдар бирергә йүгереүе ихтимал.
Тәүге ике симптомды аңлап булһа, аяҡҡа күпертке сығыуы бер аҙ һорау тыуҙыра кеүек. Ә баҡһаң, тап ошо билдә турала апрелдә Испания ғалимдары һәм табиптары иҫкәрткән булған. Шулай уҡ Италия һәм Франция сирлеләренең дә аяҡтарына күпертмә сығыуы тураһында хәбәр иткәндәр.