Даирә
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Октябрь 2020, 14:27

Һеҙгә көнләшеү тойғоһо хасмы?

Улар иң көнсөлө. Хис-тойғоларын икенсе яртыһына белдерер өсөн уңайлы ваҡытты көтәләр ҙә ҡапыл “тоҡанып” китәләр.

Астрологтар йондоҙнамә билдәләренең ниндәй кимәлдә көнсөл икәнлеген асыҡларға тырышҡан һәм хатта үҙенсәлекле рейтинг төҙөгән.
Балыҡтар. Йондоҙнамәләге билдәләр араһынан иң көнсөлө тип тип табылған. Хис-тойғоларын икенсе яртыһына белдерер өсөн улар уңайлы ваҡытты көтә лә ҡапыл “тоҡанып” китә.
Саян. Көнсөллөк саяндарға ла хас. Улар был хистән хатта кинәнес таба, имеш.
Арыҫлан. Был билдә хужалары, белгестәр белдереүенсә, "булһа, тик минеке булһын" тигән принцип буйынса эш итә. Әммә шул уҡ ваҡытта үҙҙәре менән генә һоҡланғандарын яраталар.
Ҡуҙы. Үҙҙәренең көнәркәшен хатта йолҡҡослап ташларға әҙерҙәр, әммә шул уҡ ваҡытта улар асыуҙарын тиҙ онотоусан.
Уҡсы. Уҡсылар ҙа көнсөл икән. Уларҙың бындай холҡо иреш-талаш, даими дәғүәләшеү аша сағыла.
Кәзәмөгөҙ. Улар үҙҙәрен юғары баһалай. Шуға хыянат хаҡында ишетһәләр, хатта “шартлайҙар”.
Ҡыҫала. Был билдә хужалары, күрһәтеп бармаһалар ҙа, көнсөлдәр. Икенсе яртыһын хыянатта тотоу өсөн мәлен генә һағалайҙар.
Игеҙәктәр. Улар өсөн "минеке генә" тигән принцип хас түгел. Шуға бик һирәк көнләшәләр. Бәлки, быға игеҙәктәрҙең буш ваҡыты аҙ ҡалыуҙандыр.
Буға. Был билдә хужалары оҙайлы мөнәсәбәттәргә өмөт итә. Шуға хәл хыянатҡа барып етһә, ысын көнәркәшлек, ярыш башлана.
Үлсәү. Улар өсөн тыныслыҡ һәм гармония мөһим. Шуға төрлө бәхәс-низағты һөйләшеүҙәр аша хәл итергә тырышалар.
Ҡыҙ. Был билдә хужалары ла көнләшеп бармай. Сөнки улар икенсе яртыһын үтәнән-үтә күргән кеүек. Шуға хыянат осрағында икенсе яртыһы менән тыныс ҡына айырылышалар.
Һыуғояр. Йондоҙнамә билдәләре араһында улар иң көнсөл булмағандары икән. Хыянатҡа ла күҙ йомоп ҡарауҙары ихтимал. Әммә шул уҡ ваҡытта улар мөнәсәбәттәр тураһында һөйләшергә ярата.
Үрҙә әйтелгәндәр, әлбиттә, ҡағиҙә түгел. Иң мөһиме: һәр көндөң ҡәҙерен белеп, татыу һәм матур йәшәйек.
Фото: “Стерлеград”.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/e-g-k-nl-she-toy-o-o-hasmi-494240/
Читайте нас: