Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Октябрь 2020, 00:15

ЙОНДОҘНАМӘ (12 – 18 октябрь)

ҠУҘЫЙәмәғәт эшендә ҡатнашыу, яңы эш башлау, проекттарға аҡса һалыу өсөн ҡулай осор.

Ҡәтғи һәм ҡыйыу ғәмәлдәр өсөн ваҡыт етте. Мул ғына табыш алыу мөмкинлеге бар.

БУҒА
Ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға дуҫтарығыҙ ярҙам итер. Мәнфәғәттәрегеҙҙе ныҡлы яҡларға тура килер. Аҡсағыҙҙы уйлап тотоноғоҙ. Ҙур әйберҙе аҙна башында һатып алырға тырышығыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР
Дүшәмбе етәкселекте тәнҡитләмәгеҙ, һүҙегеҙҙе шунда уҡ еткерерҙәр. Аҙнаның икенсе яртыһында хәлегеҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Яңғыҙҙар үҙ парын осратыуы ихтимал.

ҠЫҪАЛА
Аҙна башында иғтибар талап иткән мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеп ҡалығыҙ. Шаршамбынан һуң эшкә һәләтегеҙ бер аҙ кәмей төшөр. Кисектерә килгән эште башҡарып ҡуйырға тырышығыҙ.

АРЫҪЛАН
Аҙна матди йәһәттән уңышлы булмаҡсы. Уны өҫтәмә килем алыу өсөн файҙаланып ҡалығыҙ. Эргәгеҙҙә яңы кеше барлыҡҡа килер. Уға ышанып бармаҫҡа кәңәш ителә.

ҠЫҘ
Мөһим эштәр күбәйеп китер. Уларҙы үҙегеҙгә генә башҡарырға тура килер. Аҡсағыҙҙы юҡ-барға тәләфләмәгеҙ. Рәсми ойошмаларға мөрәжәғәт итеү өсөн ҡулай осор.

ҮЛСӘҮ
Уңышлы аҙна көтөлә, кәйефегеҙ шәп булыр, бөтә башланғыстарығыҙ тормошҡа ашыр. Яҡындарығыҙға ҡағы­лышлы сағыу ваҡиғалар көтөлә.

САЯН
Киләсәккә пландарығыҙға бер аҙ үҙгәреш индерергә тура килер. Шәхси мәсьәләләр байтаҡ ваҡытты алыр. Яңы таныштарығыҙ алдығыҙҙа киң офоҡтар асыр, күп йәһәттән ярҙам итер.

УҠСЫ
Осор бер аҙ тотороҡһоҙ булмаҡсы. Билдәһеҙ проект­тарға аҡса һалырға ашыҡ­ма­ғыҙ, өйгә эш алып ҡайтмағыҙ. Сит-яттарға ышанып бармаҫҡа, күрһә­телгән хеҙмәт өсөн генә хаҡ түләргә кәңәш ителә.

ЫЛАҠ
Аҙнаның тәүге яртыһында һәр йәһәттән уңышҡа өлгәшә алаһығыҙ. Дүшәмбе ҡыҙыҡлы яңылыҡ ишетерһегеҙ. Уның файҙаһын кесаҙнала күрерһегеҙ, моға­йын. Тиҙҙән алдығыҙҙа киң офоҡтар асылыр.

ҺЫУҒОЯР
Финанс хәлегеҙҙе тотороҡ­ландырыу, файҙалы бәйлә­нештәр булдырыу мөмкинлеге бар. Милек мәсьәләһе ыңғай хәл ителер. Иң уңышлы көнөгөҙ – кесаҙна. Йома бурысҡа алмағыҙ һәм бирмәгеҙ.

БАЛЫҠ
Осорҙо ғаилә мәсьәләләрен хәл итеп үткәрерһегеҙ. Яҡын­дарығыҙ әленән-әле ҡыуан­дырып торор. Был аҙнаға бер генә кәңәш – аҡсағыҙҙы уйлап тотоноғоҙ. Йома көтмәгәндә ҡунаҡ килеүе ихтимал.
фото Т.Роза
Читайте нас: