Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Октябрь 2020, 13:25

Тайыштабанды кире ҡайтарырға теләй ҙә...

Салауат районының Малаяҙ ауылында йәшәгән Илвир Ғирфанов уйламағанда бәләкәй айыу балаһын ҡараусыға әйләнә.

"На земле Салавата" баҫмаһы хәбәр итеүенсә, былтыр ул бәләкәй генә айыу балаһына юлыға. Асыҡланыуынса, әсәһен браконьерҙар атҡан, ә балаһы йәшенеп ҡалған булған. Ауылда йәшәгән Илвир Ғирфанов урманда диләнкәлә эшләгәнендә һәр саҡ тайыштабан дуҫына ашарға икмәк һынығы, ит ҡалдырып йөрөгән. Үҙен ҡараусыға кескәй йәнлек мәрхәмәтлек менән яуап биргән. Улар дуҫлашҡан.
Айыу балаһы ҙурайған, шуға күрә уны Илвир Ғирфанов зоопаркка тапшырырға булған. Дуҫын һағыныуын йәшермәй, хатта бер нисә тапҡыр кире ҡайтарырға ла уйлаған, әммә ҙурайған ҡырағай йәнлектең кеше өсөн ҡурҡыныс, хәүефле икәне билдәле.
Нисек кенә булмаһын, Илвир Ғирфановтың айыу балаһына ауыр саҡта ҙур ярҙам күрһәтеүе үҙе үк маҡтауға лайыҡ. Шундай изге күңелле кешеләр күберәк булһын ине.
Фото: news-r.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: