Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Октябрь 2020, 20:35

Баймаҡта тау һәм ағастар яна

Баймаҡ ҡалаһы янындағы Ишкилде тауында ҙур янғын ҡупҡан. “Ярҙам кәрәк!” – тип мөрәжәғәт итә халыҡ.

Был хаҡтағы хәбәр ватсапта таралды. “Ишкилде тауы яна. Майҙаны ҙур ғына. Мөмкин тиклем күберәк көс кәрәк. Төҙөлөп ятҡан автозаправкалау станцияһы янында йыйылабыҙ. Кемдең мөмкинлеге бар, барығыҙ ҙа килегеҙ!” тиелә мөрәжәғәттә.
Был тауға ултыртылған ағастар Баймаҡ ҡалаһының эргә-тирәһен йәмләп, урман булып күкрәп үҫеп килә ине. Уттың тиҙ арала ауыҙлыҡланыуын теләйек. Кемдәр ярҙамға сыға ала, ситтә ятып ҡалмайыҡ!
Фото һәм видео: Ватсап
Читайте нас: