Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Октябрь 2020, 12:57

Яҡын туғанын да алып...

Ѳфѳлә чиновниктар ришүәт алғанда тотолдо.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ѳфѳ ҡалаһы хакимиәтенең ҡала тѳҙѳү контроле һәм рѳхсәт биреү бүлегенең 32 йәшлек начальнигына, шулай уҡ уның 38 йәшлек урынбаҫарына ҡарата 10 миллион һум күләмендә ришүәт алырға йыйынғандары ѳсѳн енәйәт эше ҡуҙғатылған. Асыҡланыуынса, ғәйепләнеүселәр Ѳфѳләге тѳҙѳлѳш компанияһы вәкиленә яңы ҡунаҡхана тѳҙѳүгә рѳхсәт биреү һәм артабан ҡурсалау ѳсѳн 10 миллион һум күләмендә аҡса һораған. Улар үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуймаҫ ѳсѳн, аралашсы итеп бүлек начальнигының яҡын туғанын йәлеп иткән. Ул эшҡыуарҙан аҡсаны алырға тейеш булған. Тәфтиш комитеты һәм Федераль именлек хеҙмәте уҙғарған операция барышында бѳтәһе лә ҡулға алынған. Аралашсыға ла, Рәсәй Енәйәт кодексына ярашлы, ришүәтселеккә булышлыҡ итеү буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Фото Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының социаль селтәрҙәге диуарынан. Автор: Рәмилә Мусина https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Ya-in-tu-anin-da-alip-487077/
Читайте нас: