Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Октябрь 2020, 18:15

Салауат районында – ҡот осҡос авария...

Машиналарҙа алты кеше, шул иҫәптән ете һәм һигеҙ йәшлек балалар була...

Салауат районында, Кропачев – Мәсәғүт – Әсет юлының 47-се километрында ике машина бәрелешә. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төнгө сәғәт 12-лә “ВАЗ-2111” менән “Форд Фокус” төкөшә. Тәүгеһенә 28 йәшлек Дыуан районы кешеһе идара итһә, икенсеһенә - 37 йәшлек Өфө водителе. Бәрелеш һөҙөмтәһендә, дөйөм алғанда, алты кеше йәрәхәтләнә. Ватан автомобиле водителе һәм уның 31 йәшлек пассажиры дауаханаға эләгә. Икенсе машинала ғаилә китеп барған була. Водитель, уның ҡатыны, ете һәм һигеҙ йәшлек балалары шулай уҡ төрлө йәрәхәттәр ала. Шуныһы, “ВАЗ”ды йөрөтөүсе транспорт менән ҡабаттан иҫерек килеш идара иткәне өсөн хөкөм ителгән булған. Аварияның сәбәптәре әле асыҡлана. Фото: ЮХХДИ. Автор: Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Salauat-rayoninda--ot-os-os-avariya-493338/
Читайте нас: