Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Октябрь 2020, 22:55

“Рәмилде беҙгә ҡайғы килтергәйне...”

“Ун дүрт йәшлек Рәмил ғаиләбеҙгә уйламағанда килеп керҙе. Дөрөҫөрәге, уны беҙгә ҡайғы килтерҙе.

Донъялағы берҙән-бер терәген – ғәзиз әсәһен – юғалтҡан үҫмерҙе бер кемгә лә бирмәнем, үҙем тәрбиәгә алдым. Ул – ике туған һеңлемдең улы, – тип башланы һүҙен Сәлимә исемле ҡатын.

Бала саҡтан аралашып йәшәгән туғаным, сәләмәтлеге ҡаҡшағас: “Бер-бер хәл була ҡалһа, зинһар, ҡыйын булһа ла, улымды үҙеңдең ғаиләгә алырһың инде”, – тип үтенгәйне.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты сир һеңлемде яҡты донъянан иртә алып китте. Шулай итеп, Рәмил беҙҙә йәшәй башланы. Дөрөҫөн әйткәндә, ул саҡта үҙемдең дә тормошом артыҡ яҡшы түгел ине. Ике бүлмәле фатирҙа ике ҡыҙым һәм айырылышҡан ирем менән көн күрә инек. Өҫтәүенә ир йоратының башы эскелектән сыҡманы. Тик был хәлгә аптырап торманы Рәмил. Үҙе килгән көндә үк һурылып сығырға торған розетканы: “Хәҙер апайҙарымды ток һуға бит”, – тип ипкә килтереп тә ҡуйҙы.

Был хәлгә шаһит булған ҡыҙҙар менән мин бер-беребеҙгә аптырашып ҡарап ҡуйҙыҡ. “Нәкәнис, өйҙә хужа барлыҡҡа килде”, – тип ҡыуандыҡ. Артабан ғаиләбеҙҙең яңы ағзаһы – үҫмер малай – әллә нисәмә йыл ир ҡулы теймәгән кәштәләрҙе нығытып ҡуйҙы. Бынан һуң тағы күп нәмәне йүнәтте Рәмил.

Бер көн ирем: “Был малайың ҡайҙан килеп сыҡты ул?” – тип мыҫҡыллы ҡараш ташлап алды ла тағы араҡыһына үрелде. Шунда Рәмилдең уға: “Беләһегеҙме, яҡын кешеңде юғалтыу – бик ауыр хәл. Ғүмер – Хоҙай тарафынан бирелгән бүләк. Ә һеҙ уның ҡәҙерен тамсы ла белмәйһегеҙ”, – тигәненә шаһит булдым.

Ғәжәп, ошо һөйләшеүҙән һуң ирем Заһир ҙа, эскелеген әкренләп ташлап, фатирҙа эш менән булыша, ҡыҙҙары менән дә аралашыуға ваҡыт бүлә башланы. Һөҙөмтәлә үҫмер Рәмил барлыҡ ғаиләбеҙҙең бөтөнлөгөн, ҡотон кире ҡайтарҙы. Ул ирем, балаларым менән дуҫлашты, уҡыуҙа үҙе бер аҙ аҡһай ине, уныһын да рәткә һалды.

Бер йыл самаһы элек үҙемде бик бәхетһеҙ ҡатын тип тоя инем. Хәҙер ғаиләмә ҡот ҡунды. Ул ғына ла түгел, хәҙер ирем Рәмилгә хатта “улым” тип өндәшә башланы. Малайҙың, ниһайәт, “атай” тип өндәшер кешеһе барлыҡҡа килде. Мин дә иремдең хәҙер яҡшы яҡтарын ғына күрәм. Шулай итеп, мөғжизә бар икән ул, бар. Ышанығыҙ...”

(Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Сәлимә исемле ҡатындың һөйләгәндәренән).
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне
фото Т.Роза
Читайте нас: