Бер мәл йәш кеше үҙенең үтеп барған башланғыс кластар уҡытыусыһын танып: – Һеҙ мине таныйһығыҙмы? Мине уҡытҡайнығыҙ, – ти. – Эйе, өсөнсө класта. Нимә менән шөғөлләнәһең хәҙер? – ти ҡарт. – Уҡытам. – Ә нимә һине уҡытыусы булырға этәрҙе? – ти оло кеше. – Һеҙ. – Нисек итеп? – Һеҙ ысынлап иҫләмәйһегеҙме? Хәтерләйһегеҙме, бер мәл класташ малай ата-әсәһе бүләк иткән матур сәғәтте тағып килгәйне? Шунан уны сисеп, парта аҫтына һалды. Мин гел шундай сәғәт тағырға хыялландым. Түҙмәй, йәшертен генә уның әйберен алдым. Тиҙҙән теге малай илап һеҙгә барып ялыу итте. Һеҙ беҙгә ҡаранығыҙ ҙа: "Кем уның сәғәтен алған, кире ҡайтарығыҙ", – тинегеҙ. Миңә оят ине, тик әйберҙе биргем килмәне, шуға өндәшмәнем. Һеҙ барып ишекте эстән бикләнегеҙ ҙә беҙгә стена буйына теҙелеп баҫырға ҡуштығыҙ һәм: "Күҙегеҙҙе йомоғоҙ, мин һеҙҙең кеҫәләрегеҙҙе тикшерергә тейешмен", – тинегеҙ. Беҙ теҙелеп баҫтыҡ, ә мин оятымдан ер тишегенә инерҙәй булдым. Һеҙ һәр бер уҡыусының кеҫәһен тикшерә башланығыҙ. Миңә килеп еткәс, кеҫәмдән сәғәтте алдығыҙ ҙа артабан киттегеҙ. Бер аҙҙан: "Балалар, хәҙер күҙегеҙҙе асһағыҙ ҙа була", – тинегеҙ. Сәғәтте хужаһына биргәс, башҡаса бер нимә лә әйтмәнегеҙ, был хәл онотолдо. Шул көндө һеҙ мине мәсхәрәнән ҡотҡарҙығыҙ. Мине бур, алдаҡсы, эшкинмәгән бала тип рисуай итмәнегеҙ. Аҙаҡ мин һеҙҙең, ысын уҡытыусы булараҡ, әле шәхес булып өлгөрмәгән уҡыусының намыҫын бысратҡығыҙ килмәгәнен аңланым. Бына шуның өсөн дә мин уҡытыусы булырға хәл иттем. Уҡыусы ла, уҡытыусы ла тынып ҡала. Шунан йәш остаз: – Һеҙ әле мине танығас, шул хәлде иҫкә төшөрмәнегеҙме һуң? – ти. Ҡарт уҡытыусы быға: – Мин дә бит кеҫәләрҙе күҙемде йомған килеш тикшерҙем, – тип яуаплай... Фото: detstrana.ru Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Oyatimdan-er-tishegen-iner-y-buldim-492601/