Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Октябрь 2020, 23:03

Коронавирус тағы бер ҡатындың ғүмерен өҙҙө

Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт:

Башҡортостанда “тажлы” сир тағы ла бер кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Был хаҡта бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр иттеләр.
Һәләк булыусы – Бәләбәй районынан. 64 йәшлек ҡатын коронавирустан тыш, икенсе типлы шәкәр диабеты, сегментар атрофия, склероз, липоматоз менән сирләгән. Ул республикала пандемия тарала башланғандан алып коронавирустан донъя ҡуйыусы 44-се кеше.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы тәүлек эсендә COVID-19 диагнозы 47 кешегә ҡуйылған. Бөтә Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә барлығы 197 кеше коронавирустан һәләк булды. “Тажлы сир” илдә барлығы 22 454 кешенең ғүмерен ҡыйҙы.
Яңылыҡ авторы: Мәликә Әхтәмова
фото ИА «Башинформ»
Йәшлек сайтынан алынды
Читайте нас: