Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Октябрь 2020, 22:59

Элвин Грей ҡайғыһы менән бүлеште

Элвин Грей исеме аҫтында сығыш яһаусы йырсы Радик Юлъяҡшин бөгөн ҡайғыһы менән уртаҡлашты

Билдәле йырсы яҡын дуҫының ваҡытһыҙ донъя ҡуйыуы тураһында хәбәр итте.
Элвин Грей исеме аҫтында сығыш яһаусы йырсы Радик Юлъяҡшин бөгөн ҡайғыһы менән уртаҡлашты. Уның һүҙҙәре буйынса, ошо арала яҡын дуҫы – Айрат Хәмиҙуллин донъя ҡуйған.
- Бөгөн минең дуҫым донъянан китте. Бик яҡшы һәм тәртипле кеше ине Айрат Хәйретдинович. Бик ауыр, - тип яҙа йырсы социаль селтәрҙәрҙә.
Билдәле булыуынса, Айрат Хәмиҙуллин “Прокомп” ЗАО-һының генераль директоры булып эшләгән. Эшҡыуарҙың компанияһы ҡасандыр Элвин Грейҙың продюсерлыҡ үҙәген проектлаған.
Фото: социаль селтәрҙәр
Яңылыҡ авторы: Мәликә Әхтәмова
йәшлек гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: