Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Октябрь 2020, 12:55

Ҡараңғыла ҡапыл килеп сығып...

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһында кем ғәйепле?

Кисә кис Баҡалы районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән: Бәләбәй - Туймазы - Баҡалы автомобиль юлының 109-сы километрында ВАЗ-2115 автомобиленә идара иткән 30 йәшлек водитель 43 йәшлек йәйәүлене тапатҡан. Хәл ҡараңғы мәлдә теркәлгән, йәйәүле ҡапыл килеп сыҡҡан, кейемендә яҡтылыҡты ҡайтарғыс элементтар булмаған. Юл фажиғәһе буйынса тикшереү башланған. Республика дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә республика юлдарында 12 автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кеше һәләк булған һәм 16-һы йәрәхәтләнгән. Хөрмәтле водителдәр, һеҙҙе тағы бер тапҡыр юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡырабыҙ. Йәйәүлеләр иһә, бигерәк тә ҡараңғы ваҡытта йөрөүселәр, кейеменә йәиһә сумкаһына мотлаҡ яҡтылыҡ ҡайтартҡыс элементтар урынлаштырһын ине. Фото: ЮХХДИ. Автор: Карима Усманова https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/ara-ila-apil-kilep-si-ip-492832/
Читайте нас: