Тик бына улым өсөн ҡурҡам. Артурым…” Бошоноп, уңға-һулға ҡарап алды, һәр өйҙө берәмләп күҙҙән үткәрҙе. Моңһоулыҡ хисенә уйылып китте, ҡуйы керпек осона ирекһеҙҙән йәбешкән ҡайнар йәшен үҙенә ҡарап ултырған бәләкәсенән йәшерергә тырышып йылмайҙы, ләкин йөрәгенә йәнә килеп ҡунған яңғыҙлыҡ тойғоһонан ҡотола алманы.
“Ҡара әле, уйлай башлаһаң, бындағы бөтә кеше таныш кеүек, ә бер генә туғаным да юҡ. Хатта кесерткән тамыры аша булһа ла… Кемдең тупһаһына аяҡ баҫырға, кемгә барырға?” Марфа Ҡыҙбикә апаһын бигүк борсорға теләмәне. Ниндәйҙер өмөт менән күрше урамға – беренсе кластан алып урта мәктәпте тамамлағансы бергә уҡыған Гөлнараның өйө яғына – ыңғайланы. Бала арбаһын әкрен генә келтер-келтер этеп, оло юлға йәнәш һалынған таҡыр һуҡмаҡтан аҫҡа төшә башланы.
Эйе, әхирәте уҡыуын артабан дауам итте. Тиҙҙән студенттар ауылға йәйге ялға ҡайтасаҡ. Тик Гөлнараны өйҙә тотоу еңел булмаясаҡ. Һәр йылдағыса, ул пионер лагерҙарының береһендә эшләр. “Өләсәһе менән булһа ла һөйләшеп ултырырмын, – тип уйланы Марфа, көрһөнөп. – Ул бер яҡҡа ла сығып йөрөмәй, элеккесә, йорт эшенән бушамай. Күпме ҡош-ҡорт тота – ишек алды туп-тулы! Һыйырҙары ла бар”.
Гөлнара, Гөлнара… Дуҫына уҡыу еңел бирелде. Уның елпеүе менән Марфа ла ныҡ тырышты, яҡшы билдәләр генә алды. Барыһы ла Гөлнара мәктәпте алтын миҙалға тамамлар тип уйлағайны ла… Тик шаҡ ҡатырғыс хәл булды: миҙал совхоздың бик абруйлы, бай кешеһенең ҡыҙына тапшырылды. Ә Гөлнараның аттестатында әллә ҡайҙан ике “дүртле” барлыҡҡа килгән дә ҡуйған. Физкультура һәм хеҙмәт дәрестәренән икән… Нисек кенә булмаһын, ҡыҙ бындай ғәҙелһеҙлеккә бирешмәне.
Хатта асыуын да, күрәләтә кәмһетелеүен дә белгертмәне, класташтары алдында йөҙө яҡты булды. Кисәне матур итеп үҙе алып барҙы. Ә алтын миҙал алған уҡыусы байрамда яҙа-йоҙа күренде лә, оялышынанмы икән, юғалды ла ҡуйҙы. Хатта уҡытыусыларға рәхмәт тә әйтмәне шикелле. Тәүҙә байрамда ата-әсәһе лә ултыра ине, аҙаҡ улар ҙа байрам кисәһен ҡалдырҙы…
Гөлнара өлкән апаһы янына Өфөгә юлланды. БДУ-ның сит телдәр факультетына уҡырға инде. Марфаны ла ике йыл буйы үҙе янына саҡырҙы. Тик әхирәте генә теләгенә өлгәшә – музыка уҡытыусыһы була алманы: Нюра ҡарсыҡ барыр юлды быуҙы, ҡыҙҙы үҙенән алыҫҡа ебәрергә теләмәне.
Талғын ғына ел иҫә башланы. Тулышып, бына-бына осорға торған ап-аҡ тирәк мамығы әҙ генә елпеүгә лә, еп-еңел ҡар бөртөгө кеүек, тирә-яҡты күмергә генә тора. Аяҡ аҫты, тирә-йүн аҡ яланды хәтерләтә. Үҙе янынан осоп барғандарын тоторға тырышҡан Артур үрелә-үрелә ҡулдарын болғай, әле бер, әле икенсе яҡҡа борола. Яңы сыҡҡан биш-алты ваҡ тешен күрһәтеп көлөп ебәргән була. Уны ҡарап барған Марфаның күңеле ирей, үҙе лә йылмая. Бар борсолоуҙары юҡҡа сыҡҡандай тойола.
– Артур, һине аҡ мамыҡтар ярата икән! Ана, ҡайһылай матур малай, тип яныңда өйөрөләләр. “Тот, тот!” тип талпыналар. Шулай бит, алтыным? Бына тағы төшә! Тағы…
Бала бер әсәһенә, бер елпенеп осоп барған мамыҡ остоғона ҡарап туҡтауһыҙ көлә лә көлә, үҙе арбаһынан төшөргә ынтылып, ал инде, әсәй, тигәнде белдереп, үргә һонола.
– Юҡ, юҡ, Артур, төшмәйбеҙ әле. Гөлнара апайыңдарға барғас ҡына ҡулға алырмын, яраймы? Бәлки, ул өйҙәлер. Имтиханын алдан бирһә, сыҙамай, тирәк мамығы кеүек осоп ҡайтып етә торған. Ана, уларҙың ҡапҡаһы алдында ике әбей ултыра. Береһе – Гөлнараның өләсәһе Нәфисә инәй, ә тегеһен танымайымсы. Моғайын, ҡунаҡҡа килгәндер, уларҙан кеше бер ваҡытта ла өҙөлмәй торған. Туғандары күп. Беҙҙең дә шулай яҡындарыбыҙ күп булһа, ҡайһылай һәйбәт йәшәр инек...
Килеп еткәнде һиҙепме, малай нығыраҡ тынысһыҙлана башланы.
– Ана, инәйҙәр ҙә беҙҙе күрҙе. Хәҙер, бәләкәсем, төшәбеҙ.
Нәфисә инәй күршеһенә ниҙер әйтте лә, еңел аҙымдар менән етеҙ атлап, йылмайып ҡаршы сыҡты.
– Әйҙә-әйҙә, Марфуша ҡыҙыҡайым! Ниңә бер ҙә күренмәйһең әле?
Марфаның күңеленә йылы йүгерҙе. Ул инәйҙәр менән ихласлап һаулыҡ һорашты ла урынында сыҙап ултыра алмай тыпырсынған сабыйын ергә төшөрҙө.
– Улым, һин дә өләсәйҙәрең менән һаулыҡ һораш, йә…
Малай, Ҡыҙбикә өләсәһе өйрәткәнсә, әбейҙәргә бәләкәй ҡулын һуҙҙы. Нисектер тартынып та торманы, хатта сәпәкәй итеп ҡуйҙы.
– Ана шулай, улым!
– Эй, малайың егет булып килә бит, ҡыҙым. Дүрт күҙ менән ҡарар сағың еткән: ултырып сыҙамаҫ осҡор мәле. Әйтеп тә өлгөрмәнек, ҡасты!
Ҡулдарын һелтәй-һелтәй тополдап асыҡ ҡапҡанан эскә инеп барған Артурына ҡарап, Марфа көлөп ебәрҙе. Улы ҡойроғон болғай-болғай, башын ҡырын һалып йүрмәләп килгән бәләкәй генә һорғолт көсөктө күреп ҡалған икән. Әсәһе, ҡурҡып, артынан йүгерҙе.
– Тузигыбыҙ балаларға теймәй ул, – тип тынысландырҙы Нәфисә инәй. – Дуҫлашам тип сығып килә инде.
– Кем белә, эт бит, өләсәй…
– Ҡурҡма, ҡурҡма, әйҙәгеҙ, өйгә инәйек, сәй эсеп алайыҡ. Баянан бирле тиерлек ошондабыҙ, тамаҡ кипте инде. Бер сыҡҡас, ултырҙыҡ та ултырҙыҡ…
Гөлнараның өләсәһе өтәләнеп барыһын да өйгә саҡырҙы. Аяғы аҫтында буталып, туҡтауһыҙ ҡойроғон болғаған, күҙен йымылдатып ҡараған көсөгөнә күк алъяпҡысы кеҫәһенән сығарып, йомшаҡ кәнфит һондо.
– Өйрәнеп бөткән: ошо алъяпҡысты бәйләһәм, кәнфит өмөт итә. Мә!
Көсөк кәнфитте етеҙ генә эләктереп алды ла баҡса буйындағы ҡыуаҡ эсенә инеп тә китте. Әллә тартып алырҙар тип ҡурҡты. Көлөштөләр. Көсөк артынан эйәрә биреп ҡалған Артур ҙа йылмайған булды.
– Мин, Нәфисә инәй, Гөлнара ҡайтманымы икән, тип кенә килгәйнем. Инеп тормаҫмын инде, өйҙә лә эш күп…
Марфа икенсе ҡарсыҡтан уңайһыҙланды, ят кеше алдында кәңәш һорап булмаҫ, тип уйланы. Ысынлап та, кәрәкмәҫтер… Әллә нимә уйлауы бар.
– Ҡайҙа ҡабаланаһың, Марфа? Бәпесең – яныңда. Өйөңдө берәү ҙә күтәреп алып китмәҫ. Әйҙә, әйҙә! Бына Сибайҙан апайым ҡунаҡҡа килде, бергәләп сөкөрләшеп алайыҡ. Ул да минең кеүек ғүмер баҡый мәктәптә уҡытыусы булып эшләне. Исеме – Нәсимә. Үҙең беләһең, мин башланғыс кластарҙы уҡыттым. Хәҙер икебеҙ ҙә хаҡлы ялда.
Нәсимә инәй ҙә ихлас күңелдән сәйгә саҡырҙы. Өлкән йәштә булһа ла, бик етеҙ күренде ул Марфаға.
– Әйҙә, ҡыҙым, аштан оло булма, оялма. Ана бәпесең дә инергә ынтыла.
– Гөлнара тиҙҙән ҡайтасаҡ, хаты килде. Ә башҡалар барыһы ла эштә. Әле икәүҙән-икәү генәбеҙ. Апайым, ҡала ерендә торғас, урыҫса яҡшы белә ул. Һин дә, Марфа, беҙҙеңсә һәйбәт һөйләшәһең бит. Тимербайҙарға ҙур рәхмәт инде. Ҡатыны Ҡыҙбикә лә минең менән гел башҡортса һөйләшә. Ҡәйнәһе сәсәниә булды шул. Мәңге татыу торҙолар, үрнәк алырлыҡ. Эйе, бер-береһен хөрмәт итеп, иш менән ҡуш булып йәшәнеләр.
Бында Артур үҙен иркен тотто. Әле бер, әле икенсе яҡҡа туйпанлап китергә тырышып ҡына торҙо. Әсәһе Тузик менән уйнарға ебәрмәгәс, йомшаҡ тимер селтәр эсендә туҡтауһыҙ сипылдашҡан йоморо тауыҡ себештәрен ҡулы менән өркөтөп мас булды. Тәүге тапҡыр күргәнгәлер инде, ғәжәп күңелле ине балаға.
– Инкубаторҙан алған сип-сиптәр улар. Әсәләре бында булһа, үҙеңде ҡурҡытыр ине, – тип көлдө Нәфисә инәй. Унан йомшаҡ ҡына итеп Марфаға өндәште. – Быйыл Гөлнараң диплом яҡлай бит, шуға һаман юҡ. Бөтә имтихандарын тик яҡшы билдәгә тапшырғаны хаҡында белгертте.
Һөйләшә-һөйләшә баҡса янындағы ҙур ғына аш өйөнә – аласыҡҡа – үттеләр. Йәйге эштәр ошонда башҡарыла. Икмәк бешерергә аҡ мейес тә, плитәһе өҫтөнә ҡаҙан ҡуйылған йәтеш усаҡ та, сепарат та, һыуытҡыс та бар бында. Тәҙрә төбөнә терәтелгән өҫтәл янына ултырғыстар теҙелгән. Ундағы һауыт-һаба, аҙыҡ-түлек аҡ яулыҡ менән ябылған булһа ла, йоҡа тимер батмустағы самауыр һаман йырлап, шаулап ултыра. Һүҙ һаман Гөлнара хаҡында барҙы.
– Әхирәтең, артабан уҡыйым, тип ҡаңғырта. Атаһы риза, ә әсәһе “етәр” ти. Ҡыҙ бала бит, борсола инде. Бөтәһе лә минең һүҙҙе көтә…
– Ә һеҙ, Нәфисә инәй, нисек уйлайһығыҙ һуң? – тип ҡыҙыҡһынып һораны Марфа. – Моғайын, уҡыһын, тип әйтерһегеҙ. Ғалим буласаҡ беҙҙең Гөлнара.
– Ҡаршы түгелмен үҙем дә. Хәҙерге заманда аяҡта ныҡлы баҫып торорға кәрәк. Үҙенең баһаһын белә. Яҡшы уҡый, аҡыллы. Ә килен һүҙемдән сыҡмаҫ.
Марфаның йөҙө яҡтырып китте. Өләсәһе үҙенә ризалыҡ бирҙеме ни!
– Рәхмәт, Нәфисә инәй! Гөлнара уҡыу өсөн тыуған ул.
Тәмле-татлы биреп, себештәрҙән айырып, Артурҙы ла сәйгә яйланылар. Ул, ғәҙәттәгесә, ҡаршыһында һөйләшеп ултырған әбейҙәргә ҡыҙыҡһынып, ҡара күҙҙәрен ялтыратып ҡарай. Ара-тирә көлөп тә ҡуйған була. Марфаның телде яҡшы аңлауына шатланып, Нәсимә инәй уның менән башҡортса һөйләште.
– Беҙҙең дә бөтә мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡыта башланылар, – тине ул ҡәнәғәтлек менән. – Ҡала башлығына, тел ҡәҙерен белгәндәргә рәхмәт инде. Өй эсендә аралашыу менән генә булмай шул, ил кимәлендә лә һөйләшмәгәс… Бында, Нәфисә, ул нәмә юҡтыр инде. Һеҙҙе айырғандарына ла күпме ваҡыт үтеп китте. Балаларығыҙ ҙа икенсе булып бөттө. Ни хәл итәһең, бик йәл. Быға, әлбиттә, һеҙ ҙә, беҙ ҙә ғәйепле түгел. Бөгөн сит планетанан төшөрөлгән әҙәмдәр кеүекһегеҙ, әйтерһең, аяҡ аҫтындағы ер һеҙҙеке түгел. Уйлап ҡараһаң, шулай бит?
– Башҡортса һөйләшә белмәгәс, башҡортмо ул, тип әйтмәксеһеңдер инде, Нәсимә апай. Хаҡ һүҙ, әлбиттә. Һәр кем туған телен белергә тейеш, әгәр ҙә, һин әйткәнсә, сит планетанан төшмәһә…
Нәфисә инәй йылмайып Марфаға ҡарап алды.
– Беҙ, ҡыҙым, икәү осрашһаҡ, гел шул турала әңгәмә ҡорабыҙ, хатта бәхәсләшеп тә алабыҙ. Иң ауыр йөк уҡытыусылар иңендә шул.
Марфа улының арҡаһынан ипләп кенә һөйөп ҡуйҙы, уның шым ултырыуына аптыраны. Балаға инәйҙәрҙең башҡортса һөйләшеүе оҡшай ине шикелле.
– Һеҙҙә Артурыма ла һәйбәт. Ҡыҙбикә апай уға ла башҡорт телен өйрәтәсәк.
– Эйе, эйе, Марфуша, Нәсимә инәйең фекеренсә, бала иң тәүҙә мотлаҡ туған телен белергә тейеш. Ә беҙҙең мәктәптәрҙә, ысынлап та, башҡорт телен бөтөнләй өйрәтмәйҙәр…
Нәфисә инәй ҡунаҡтарына һөтләп сәй яһай-яһай, табындағы тәмлекәстәр менән һыйлай-һыйлай һүҙен дауам итте.
– Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, апаҡайым. Мин һиңә Тимербай ҡыҙы Йәмиләкәй тураһында һөйләгәнем бар… – Нәфисә инәйҙең тауышы ҡалтырап китте. – Мин уның башҡортса аралашҡанын бер ваҡытта ла ишеткәнем булманы. Һөйләшһә, бәлки, өләсәһе менән һөйләшкәндер. Беҙҙең телдә китаптары күп ине. Уларҙы Тимербай үҙе уҡый ине шикелле. Әле лә гәзит-журнал алдыра.
Эйе, Йәмилә шартлатып, беҙҙең балалар кеүек урыҫса һөйләшеп тик йөрөнө. Яҡшы уҡыны. Өфөгә түгел, икенсе яҡҡа китте. Ә ниндәй бала ине!.. Шундай матур итеп башҡорт көйҙәрен гармунда уйнай торғайны. Ер хаҡында ҡырын һүҙ сыҡһа, сәстәре үрә торор ине. Беҙҙең берәй мәүеш малайҙы рәнйетһәләр, ҡыҙмын тип тормай, телен генә түгел, йоҙроғон да эшкә ҡушты. Хаҡлығын шулай раҫлағандыр инде. Бигерәк тура һүҙле булды шул, ҡурҡыуҙы белмәне…
– Директорға саҡыртҡандарҙыр инде атаһын, – тип көрһөндө Нәсимә инәй. – Ауыр ундай балалар менән мәктәптә.
– Атаһын бер ваҡытта ла саҡыртманылар. Ул – совхозда абруйлы кеше. Үҙен генә саҡырып, директор шым ғына ниҙер аңлата торғайны. Ҡып-ҡыҙыл булып инеп киткән ҡыҙый, тынысланып, сәйер генә йылмайып килеп сығыр ине. Минеңсә, Нәсимә апай, ниндәйҙер сәбәп менән телендә тотҡарлыҡ барлыҡҡа килгән бала күңелендә һәм, ғөмүмән, бөтәбеҙҙә лә иң беренсе башҡорт рухы тәрбиәләргә кәрәк. Юҡһа ҡайһы берәүҙәр, беҙҙең милләт ғаиләһендә үҫһә лә, башҡортса шартлатып һөйләшеп йөрөһә лә, түрә була ҡалһа, үҙе кеүектәргә ярамһаҡлана, бергәләп бүлешеп, байлығын арттырыу өсөн тыуған ерен дә һата башлай. Ишеткәнебеҙ ҙә, күргәнебеҙ ҙә бар ундай әҙәм-бәндәләрҙе. Ер-һыуын ҡоротҡандарҙың илендә лә, халҡында ла, телендә лә эше юҡ. Ә беҙ һаман, ул башҡортса һөйләшә белмәй, быныһын ҡасандыр татарса уҡытҡандар, тегеһе һөйләшкәндә урыҫ һүҙҙәрен ҡыҫтыра, тип үҙебеҙ үк тоҡомобоҙҙо ситләтәбеҙ. Телгә килгәндә, заманаһы шулай булды. Үҙең дә беләһең: алфавитты ғына ла бер быуат эсендә күпме үҙгәрттеләр бит!
Минеңсә, әйҙә, урыҫса ла һөйләшһендәр, төрөксә лә белһендәр, тик башҡорт рухлы булып ҡалһындар. Тыуған ере, халҡы бар икән, тел дә күктә аҫылынып тормаҫ – йәйғорҙай йөрәгенә төшөр кешенең… Рухлы кеше, Салауат батыр кеүек, бер ваҡытта ла еренән, халҡынан айырылмаҫ. Һатлыҡ йән булмаҫ! Мин шулай уйлайым, Нәсимә апай.