Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 21:46

Зыяратта ниңә ҙур ағас ултыртырға ярамай?

Ел-дауылда һынып йә ҡартайып, эргә-тирәләге ҡәберҙәргә ҡоламаһын өсөн, тиерһегеҙ. Улай ғына түгел шул.

Өфөлә яңы шундай хәл булды: кеше үлгәс, туғандары уны элекке ҡәберлектәге буш урынға ерләргә хәл итә. Әммә был биләмәлә ҙур ағас үҫкән була. Уны алып ташлау өсөн ғаиләгә ағасты яҡындағы әруахтарҙың урынына зыян килтермәй һаҡ ҡына киҫергә, тураҡларға, тамырын соҡоп алырға, ерҙе тигеҙләп күмергә, йөк машинаһы саҡыртырға, барыһын да уға ташырға, сүплеккә илтеп түгеү хаҡын түләргә тура килә.
Һөҙөмтәлә түгелгән сығым 18 мең һумға барып баҫа. Утыҙ йыл элек кемдеңдер ҙур булып йәйелеп үҫәсәк ағас ултыртыуы бына шулай ҡыйбат хаҡҡа төшә.
Ҡалаларҙа зыярат проблемаһы бик киҫкен тора, ауылдарҙа ла шулай булмаҫ тимә. Әле лә ҡәберлектә күптәр сәскә һәм ҡыуаҡ ҡына ултыртып мөрхәтһенмәй. Иң яҡшыһы – бейек булмаған һәм һыу һибеүҙе талап итмәгән күп йыллыҡ үҫемлектәрҙе һайларға. Мәҫәлән, сирень, артыш, кәрлә шыршы, крокус, ләлә.
Фото: trishurupa.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: