Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 16:50

”Ҡыҙымдың артынан ҡалмай, эҙәрлекләй ине...”

Ун көндән ашыу инде Күгәрсен районынан 19 йәшлек йәшлек ҡыҙ хаҡында хәбәр юҡ.

27 сентябрҙә Күгәрсен районының Исем ауылынан Анна Тужилкина юғалған. Ул дуҫтары менән бергә сығып киткән, әммә өйөнә кире ҡайтмаған. Ҡыҙҙың әсәһе Елена Тужилкина балаһына хәүеф янай тип һанай. Шуға ул “UFA.AIF.RU” баҫмаһына Аннаны эҙләп табырға ярҙам итеүселәр булмаҫмы икән, тип мөрәжәғәт иткән.
Анна Салауат ҡалаһындағы медицина колледжының IV курсында белем ала. Тәүге йылдары ҡыҙ туған тейешле апаһында йәшәгән. Әммә һуңғараҡ ул яҡындарына егете барлыҡҡа килеүе, шуға айырым фатирҙы ҡуртымға алырға теләүе хаҡында белдергән. Тик аҙаҡ был өйҙәшенең Аннаға ҡул күтәреүе асыҡланған.
Оло ҡайғыға тарыған әсә һүҙҙәренә ҡарағанда, был 28 йәшлек Илһам ҡыҙ мәктәптә IX класта белем алғанда уҡ уның артынан йөрөй башлай. Анна Салауатҡа уҡырға киткәс, ул да ҡыҙҙан айырылып ҡалмаған, ҡалала эш тапҡан һәм аҙаҡ уны үҙе менән бергә йәшәргә күндергән.
“Августа ҡыҙым шылтыратты ла, үҙен Исемгә, өйгә алып ҡайтыуҙы һораны. Баламдың ҡото шул тиклем осҡан ине. Хатта аҙаҡ 1 сентябрҙә үҙемә уны уҡырға оҙатырға тура килде, – тип белдергән әсәһе. – Мин ихатала ҡалдым, ә ул колледж корпусына инде. Әммә бер нисә минут үткәс, башта – бер ир, аҙаҡ ҡыҙым, телефонымды тартып алдылар, тип йүгереп килеп сыҡты”. Тик ҡатын һөжүм итеүсенең йөҙөн ныҡлап ҡарап өлгөрмәгән. Өҫтәүенә тегеһе ҡара күҙлек кейгән. Баҡтиһәң, аҙаҡ асыҡланыуынса, был “ҡараҡ” ҡыҙҙың өйҙәше Илһам булып сыҡҡан. Һөҙөмтәлә һуңғараҡ ғаилә советында ҡыҙҙың дистанцияла уҡыуға күсеүе тураһындағы ҡарар ҡабул ителгән.
Шулай итеп, ҡыҙ тағы ауылға ҡайтып китә, әммә уны эҙәрлекләү барыбер туҡтамай. Һөҙөмтәлә яҡындары балаһын көнсөл кешенән ҡурсалау өсөн хатта хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. “Йәкшәмбе, 27 сентябрҙә Аня артынан бер класташы килде. Аҙаҡ, белеүемсә, ҡыҙым әхирәте менән осрашҡан. Ә артабан нимә булғанлығы бер кемгә лә билдәле түгел. Ул өйгә ҡайтманы, бәйләнешкә лә сыҡманы”, – тигән хәүефләнгән әсә.
Анна өйҙән телефонһыҙ, хатта сумкаһыҙ сығып киткән. Аҡ кроссовка, зәңгәр джинс салбар, аҡһыл куртка һәм шул уҡ төҫтәге шапка кейгән булған. Ҡыҙының юғалыуы хаҡында Елена Тужилкина икенсе көндө үк полицияға ғариҙа яҙған. Тик унда ҡатынды аптыратҡан хәл теркәлгән: полицияла Аннаның 28 сентябрҙә яҙып ҡалдырған ғаризаһын күрһәткәндәр. Унда ҡыҙҙың өйҙән китеүе һәм кире ҡайтырға теләмәүе хаҡында әйтелгән. “Был ҡағыҙҙы баҫым аҫтында яҙҙыртҡандар. Ул яңыраҡ фотоһын да ебәргәйне: күренеп тора эштең тигенгә түгел икәнлеге. Күптән түгел таный һалмаһындар өсөн сәсен дә икенсе төҫкә бушҡа буятмағандыр ҙабаһа”, – тип һөйләгән ҡайғыға батҡан ҡатын.
Елена Тужилкина башҡалар яҙмышына вайымһыҙ булмаған кешеләргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Әгәр ҡыҙ хаҡында ниндәйҙер мәғлүмәт белһәгеҙ йәки уға оҡшаған берәйһен күрһәгеҙ, “UFA.AIF.RU” редакцияһына шылтыратыуығыҙ һорала. Унда Анна Тужилкинаның туғандары менән бәйләнешкә сығырға ярҙам итәсәктәр. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8 (347) 272-12-30 йәки 272-38-49.
Фото: “UFA.AIF.RU”.
Автор: Айһылыу Низамова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: