Унда ҡатнашыу өсөн күп фатирлы йортта йәшәүселәр дөйөм йыйылыш үткәреп, ихатаны төҙөкләндереү мәсьәләһе буйынса фекер алышып, уртаҡ ҡарарға килергә һәм урындағы хакимиәткә заявка бирергә тейеш ине. Ғариза муниципаль берәмектең йәмәғәт-административ комиссияһы тарафынан ҡаралғандан һуң был ихатаның торошо, төҙөкләндереүгә мохтажлығы иҫәпкә алынып, программаға индереү-индермәү хәл ителә.