Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 14:09

Туғыҙ йәшлек бала ауыр хәлдә...

Хәҙерге ваҡытта ул ҡала дауаханаһында реанимацияла, хәле бик ауыр.

Нефтекамала туғыҙ йәшлек малай тәҙрәнән ҡолаған. Хәҙерге ваҡытта ул ҡала дауаханаһында реанимацияла, хәле бик ауыр.
Тәфтишселәр әйтеүенсә, кис мәлендә бала әсәһе, апаһы һәм туғаны менән өйҙә булған. Улар баланың тәҙрә тупһаһына менеүен, ниңәлер күрмәй ҡалған. Бала москит селтәренә таянған, уныһы малайҙың кәүҙә ауырлығын күтәрмәгән. Дүртенсе ҡаттан осоп төшкән бала төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған.
Әлеге ваҡытта Тәфтиш комитеты тикшереү эше алып бара. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республика биләмәһендә 2020 йылда ғына фатир тәҙрәләренән сабыйҙарҙың ун тапҡыр ҡолап төшөү осрағы теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икәүһе үлем менән тамамланған.
Йәй буйына ошондай бәхетһеҙлек осраҡтарын иҫкәртергә, ата-әсәләрҙең иғтибарын һаҡлыҡ сараларына йүнәлтергә тырыштыҡ, үкенескә ҡаршы, фажиғәләрҙең һаман да осо-ҡырыйы юҡ.
Фото: Ксения Калинина
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: