Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы тәүлектә Башҡортостанда КОВИД-19 вирусы 47 кешелә асыҡланып, пандемия башланған осорҙан сирләүселәр һаны 9098-гә етте. 108 кеше әле дауаханала ята, уларҙың 6-һы ауыр хәлдә, бер кеше үпкәне яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. Тәүлек эсендә яңы инфекциянан 11 кеше һауығып сыҡҡан. Үлем статистикаһы үҙгәрешһеҙ ҡала.