Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 15:34

“Тамыраҙыҡ уңышы ҡыуанырлыҡ”, - ти фермер Рөстәм КӘРИМОВ

Район баҫыуҙарында татлы тамыр уңышын йыйыу ҡыҙыу темптар менән бара. Ауыл эшсәндәре аяҙ көндәрҙе һөҙөмтәле файҙаланып ҡалырға ашыға.

Яңы Ҡыйышҡы ауылының “Рөстәм” фермер хужалығы башлығы Рөстәм Кәримовты сөгөлдөр баҫыуында осраттыҡ.
Комбайн “Шайморатов” йәм­ғиәтенән йәлеп ителһә, сө­гөл­дөрҙө шәхси КамАЗ маши­наһы ташый. Сеймалды Шиш­мә шәкәр заводына та­шый­ҙар. Килешеү буйынса во­ди­­тел­гә 90 километр араға хаҡ­ты завод түләһә, ҡалғанын фер­мер үҙе иҫәпләшә. Уларҙан за­водҡа тиклем ара 110 километр тәшкил итә.
- Шәкәр сөгөлдөрө быйыл башҡа йылдарға ҡарағанда мул уңышы менән ҡыуандырҙы. Уҙған йыл гектарынан 280 центнер уңыш алһаҡ, быйыл ул 300-350 центнер тәшкил итә. Әле тамыраҙыҡтарҙың майҙа­ны 7 гектарҙы биләй, киләсәк­тә уны 15 гектарға еткерергә ни­әт­­ләйем, - тип уртаҡлашты Рөстәм Фидаил улы.
Гөлсәсәк АЛАСОВА.
Автор фотоһы.
Аҙағын гәзит биттәренән уҡығыҙ.
Читайте нас: