Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 16:43

Студенттар дистанцияла уҡыуға күсә

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттары дистанцияла уҡыуға күсә башланы. Был әлеге лә баяғы коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле.

Билдәле булыуынса, яңы уҡыу йылы башынан юғары уҡыу йорттарында бакалавриаттың беренсе һәм магистратураның һуңғы курсында уҡығандар ғына йөрөп уҡый башлағайны. Тәүге ҡарар буйынса, башҡа курс студенттары 1 ноябргә тиклем дистанцияла уҡый, ә был датанан һуң аудиторияға ҡайтырға тейеш ине. Әммә коронавирусҡа бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы арҡаһында, 1 октябрҙән Башҡортостан дәүләт медицина университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары тулыһынса дистанцияла уҡыуға күсте. Башҡа вуздарҙа сикләүҙәр айырым факультеттарға ғына ҡағылды.
Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт нефть техник университетында 4955 студент йөрөп уҡый, 6281 кеше – дистанцияла. Киләһе ике аҙна эсендә тағы 300 беренсе курс студенты өйҙән уҡыуға күсәсәк.
Башҡорт дәүләт университетында “Роспотребнадзор” тәҡдиме буйынса октябрь башынан алты факультеттың беренсе курс студенттары дистанцияға күскән. Һигеҙ факультетта уҡыу ғәҙәти тәртиптә дауам итә.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыу ҡәҙимгесә дауам итә.
1 ноябрҙән, вирус буйынса ағымдағы хәлде анализлағандан һуң, артабан нисек уҡыу тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.
Фото: Олег Яровиков
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: