Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 19:56

Рәсәйҙә тәүлек эсендә 12 126 кешенең COVID-19 йоҡтороуы асыҡланған

Рәсәйҙә, 9 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 12 126 осрағы асыҡланған.

Был — пандемия башланғандан алып тәүлек эсендә иң күп осраҡ. Ошо хаҡта коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса федераль оператив штаб хәбәр итте.
Бер тәүлектә сирлеләрҙең күбеһе Мәскәүҙә теркәлгән — 3 701 кеше. Пандемия осоронда Рәсәйҙә бөтәһе 1 272 238 кеше ауырыған. 1 009 421 кеше һауыҡҡан, шул иҫәптән 7 092-һе – һуңғы тәүлектә. Ә 22 257 кеше вафат булған (тәүлек эскендә +201).
Башҡортостанда, 9 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, коронавирус менән сирләүҙең 47 осрағы теркәлгән. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, сирлеләрҙең дөйөм һаны 9 191-гә еткән.
Пандемия башланғандан алып һауыҡҡандарҙың дөйөм һаны — 8 928 кеше, шул иҫәптән 25-е — һуңғы тәүлектә. Инфекцияны әүҙем йөрөтөүселәр — 850 кеше, уларҙың 107-һе — стационарҙа, 743-ө өйҙә дауалана.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Вероника Ниғмәтуллина
Читайте нас: