Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 16:10

Ил тарихы менән бәйле ғүмер юлдары

Ибраһим ауылында тыуып үҫеп, Һәүәләй ауылында йәшәүсе Ильяс Садиҡов Республика көнө алдынан үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләне. Шуныһы һөйөнөслө: ғүмер байрамын ул хәләл ефете Зилә Ғизетдин ҡыҙы менән тигеҙлектә, бәхеттә, балалар шатлығында ҡаршылай.

- Бергә йәшәүебеҙгә 60 йыл да тулып үтте. Ошо йылдар эсендә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар байтаҡ булды. Ғаиләлә ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Әлеге ваҡытта бәхетле олатай һәм өләсәйбеҙ. 8 ейән-ейәнсәр, 7 бүлә-бүләсәрҙең үҫкәнен күреп йәшәү – үҙе оло бәхет, - тине уҙаман шатлығы менән уртаҡлашып.
Ильяс Яҡуп улы ишле ғаиләлә тәрбиәләнә. “Ике тәҙрәле, һалам башлы өйҙә үҫтек. Барыбыҙ ҙа – малайҙар һәм ҡыҙҙар теҙелешеп, бер һикелә йоҡлай торғайныҡ”, - тип бала сағын иҫкә төшөрә ул. 13-14 йәшлек ауыл малайҙар менән бергә ул да өлкәнерәк ағайҙарға эйәреп колхоз эштәрендә ҡатнаша. Йәйге каникулдарҙа йәштәштәре менән ат һыбайлап, хатта оло үгеҙҙәр егеп иген көлтәһе ташыуҙа булышалар.
Ул башҡа йәштәштәре менән бергә 6 саҡрым алыҫлыҡтағы Бишауыл-Уңғар ауылы мәктәбенә йәйәүләп уҡырға йөрөй. Өҫкә кейергә йүнле кейем булмай, ә аяҡта – йүкәнән үрелгән сабата. Өйҙә бәрәңгенән башҡа аҙыҡ юҡ. Шуға ла ауырлыҡтар сәбәпле күптәргә уҡыуҙарын ташларға тура килә. 1954-1955 йылдарҙа ауылдаштарынан дүрт уҡыусыға ғына өлгөргәнлек аттестаты алыу бәхете тейә.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Аҙағын гәзит биттәренән уҡығыҙ.
Читайте нас: