Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 13:30

ӘХИРӘТЕҢ МЕНӘН ТАНЫШТЫРМА, ҺЫПЫРЫП АЛЫР, ТИГӘЙНЕ АПАЙЫМ (хикәйә)

11-се класты бөткәс, беҙ уҡырға Өфөгә килдек. Мин – Педагогия университетына, күрше генә, ғүмер буйы әхирәт булып йәшәгән Зәминә Медицина университетына уҡырға индек. Биш йыл элек уҡып бөткән апайым күптән эшләп йөрөй. Бер тапҡыр апайым янына барғайным, бер әхирәте менән таныштыҡ. Уның ҡустыһы бар икән, армиянан ҡайтҡан, Аграрныйҙа уҡып йөрөй. Фәрит исемле егет килеп ингәс, күңелем әллә нимә эшләне лә ҡуйҙы. Үҙе һомғол буйлы, йылмайып ҡына тора. Һөйләшкәндә лә, күҙеңә генә ҡарап, иғтибарлы һәм кеселекле итеп һөйләшә.

Апайым да, егеттең апаһы ла һиҙҙеләр, шикелле, бер-береһенә ҡарашып, йылмайышып ҡуйҙылар. Шунда бергәләп ултырып сәй эстек, аҙаҡтан егеткә мине оҙатып ҡуйырға ҡуштылар. Аграрныйҙан Аксаков урамына тиклем йәйәү ҡайттыҡ. Бүлмәмде һораны, телефонымды яҙып алды. Кис йоҡлар алдынан ғына үҙенән СМС-ка килеп төштө: “Һин, ҡыҙыҡай, мине йоҡонан яҙҙырҙың!” – тип яҙылғайны унда.
Икенсе көнөнә, кис менән: “Йөрөп киләйек”, – тип аҫтан саҡырғаны ишетелде.
Дөрөҫөн әйткәндә, минең быға тиклем берәү менән дә йөрөгәнем юҡ ине. Тәүҙәрәк юғалып ҡалдым, шунан һуң апайым шылтыратты. Егеттең апаһы минең хаҡта бик ентекләп һорашҡан. Ҡустыһы: “Бик тыныс, ипле ҡыҙға оҡшаған, әллә ғашиҡ булдым инде”, – тип әйтергә мәжбүр булған. Был егет мине тамам йоҡонан яҙҙырҙы, хатта төшөмә керә башланы. Кисен Зәминә килде. “Һин әллә ғашиҡ булғанһың? Күңелеңдә серең бар”, – тип мине ныҡыта башланы.
Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, барыһын да һөйләп бирергә тура килде. Кисен йоҡлар алдынан апайым шылтыратты. Мин уға әхирәтемдең килеүе хаҡында һөйләнем. Апайым мине шунда уҡ киҫәтте: “Уға һөйләмә, таныштырма, егетеңде һалдырып, һыпырып алыр”, – тип ҡурҡытты.
Киләһе шәмбе Фәрит килде, икәүләп Аксаков урамынан Салауат һәйкәленә ыңғайлағайныҡ, ҡаршыбыҙға шат йылмайып, әхирәтем килде лә сыҡты. Дөрөҫөн әйткәндә, ул минән саҡ ҡына бейегерәк. Шуғалырмы, матур ҙа, яғымлы ла тойола. Күңелем һиҙә, әхирирәтем егетемә битараф түгеллеге күренеп тора. Салауат һәйкәленә барып еткәнсе, әллә нисәмә һорау биреп, шаяртып, көлдөрөп өлгөрҙө Зәминә. Әйтерһең, ғүмер буйы таныш булғандар. Шунда Фәриттең дуҫтары килеп сыҡты. Улар нимә хаҡындалыр һөйләшкән арала, Зәминәгә:
– Һин нимә эшләйһең ул? Әллә егетемде тартып алырға итәһеңме? – тип асыуланып та, шаяртып та әйтеп өлгөрҙөм.
– Юҡ, – ти миңә әхирәтем. – Бындай егеттәр минең көтөүе менән йөрөй. Мединститутта уҡыған башым менән агрономға кейәүгә сыҡмайым инде, – тип эре генә яуап бирҙе.
Ҡайтырға сыҡҡас, әхирәтем Салауат һәйкәле янында тороп ҡалды. Минең күҙҙәрем алыҫтан насар күрә. Хәҙер шулай уйлайым: моғайын, ул беҙҙе күҙәтеп барғандыр. Һәм мин ятаҡҡа инеп киткәс, көтмәгәндә Фәриттең ҡаршыһына килеп сыҡҡандыр. Улар нимә эшләгәндер, белмәйем, сөнки икенсе көнөнә Фәрит осрашыуға килмәне. Ҡараңғы төшкәнсе көттөм. Аптырағас, шылтыратып ҡараным. Икенсе көнөнә ятаҡта күрше йәшәгән бер ҡыҙ: “Һинең врачлыҡҡа уҡыған әхирәтең Якутов паркында егетең менән йөрөп ята ине”, – тигән хәбәр килтерҙе. Нимә эшләйем, ҡайҙа барайым инде, илай-илай апайыма шылтыраттым. Оҙаҡламай, шул асыҡланды, әхирәтем бер дауаханаға эшкә төшкән. Төндә генә эшләгәс, мул ғына эш хаҡы түләгәндәр һәм ул бер бүлмәле фатирҙы арендаға алған һәм үҙе менән бергә йәшәргә Фәритте лә саҡырған.
Фәриттең апаһы барып күреп, быларҙың ғаилә ҡороп йәшәүен белгәс, никах уҡытыу мәсьәләһен тиҙләтә башлаған. Зәминәнең әсәһе килеп төшкән, Фәритте тамам ҡамап алғандар һәм сигенерлек тә урын ҡалдырмағандар.
Нимә булғандыр, белмәйем, Фәрит миңә СМС-ка ғына ебәрҙе: “Мине ғәфү ит. Үҙемдең нимә эшләгәнемде белмәйем”, – тип яҙылғайны унда.
Әхирәтемдең мин белгән-белмәгән етешһеҙлектәре бар ине, аҙаҡтан уның ғәйбәт һөйләргә оҫталығы асыҡланды, алдашыуы билдәле булды. Шундай бәхәстәрҙең береһенән һуң Фәрит уны ташлап киткән.
Ә бер айҙан Зәминә минең янға үҙе килде.
– Былай килеп сығыуында үҙең ғәйепле, – тине ул миңә. – Ул агрономың ышанысһыҙ кеше икән.
Фәрит беҙҙең тормошобоҙҙа булды ла, юҡҡа сыҡты. Тормош үҙ яйы менән алға барҙы. Ваҡыт – аҡҡан һыу һымаҡ. Беҙ ҙә уҡып бөттөк, уҡытырға таралдыҡ. Мине Өфө мәктәптәренең береһенә эшкә саҡырҙылар. Бик яҡын булмаһаҡ та, Зәминә менән ара-тирә осрашҡылап, хәл белешеп тора инек. Ни хәл итәһең, бер ауылданбыҙ, әхирәттәр инек. Мин кейәүгә сыҡтым, Шамонинда өй төҙөнөк. Ун йылдан ашыу ғүмер үтеп тә китте.
Ә Зәминә нимә эшләне, тиһегеҙме? Зәминә фатир һатып алды. Белеүемсә, ике тапҡыр кейәүгә сығып ҡараны. Һуңғы күргәнемдә үҙенән йәшерәк бер егет менән ине. Ҡарап тороуға үҙен Зәминәнең тиңдәше һымаҡ тотһа ла, иң кәмендә 7-8 йәшкә кесерәктер.
Бер көн кис илай-илай элекке әхирәтем шылтырата. Һуңғы ире менән мөнәсәбәттәре боҙолған икән. Асыҡлап әйткәндә, бер ҡыҙ иренең башын әйләндергән дә унан ауырға ҡалған. Ата-әсәһе килеп еткән. Ҡыҫҡаһы, әхирәтем тағы яңғыҙ ҡалған.
– Бер яҡын кешем дә ҡалманы, – тине ул илай-илай. – Адресыңды әйт әле, хәҙер такси менән килеп етәм. Ҡайғымды уртаҡлаш, – тине ул миңә.
Мин телевизор ҡарап ултырған иремә, татыу ғына уйнаған ике улыма, улар менән мәж килгән бесәйенә ҡарап торҙом да:
– Эй, әхирәт! Адресымды ла әйтер, өйөмә лә саҡырыр инем, Мысырҙа ял итеп ятабыҙ шул, – тинем.
Етәр, бер ауыҙым беште инде. Һине индереп, үҙем – ирһеҙ, балаларымды атайһыҙ ҡалдыра алмайым.
Хәҙер, күпме шылтыратһа ла, яуап бирмәйәм.
Ә башҡаларға кәңәшем – егетегеҙ ниндәй генә сағыу булмаһын, әхирәтегеҙ менән таныштырыр алдынан, ҡат-ҡат уйлағыҙ. Минең хатаны ҡабатламағыҙ.
Г. Әлибаева
Фото: Т.Роза
"Һәнәк" журналынан.
Читайте нас: