Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 15:53

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте

Йәмле көҙ көндәре Прибельский ветеринар участкаһы мөдире Дамир Амекачев өсөн икеләтә ҡыуаныслы булды. Беренсенән, Дамир Нурулла улы үҙенең күркәм юбилейын билдәләһә, икенсенән ул етәкләгән ветеринария участкаһы Башҡортостан Республикаһының ветеринар участка дауаханалары һәм участкалары араһында уҙғарылған конкурста 1-се урын яулаған. Ошо уңайҙан уға “Лада Гранта” хеҙмәт автомобиленең асҡысы, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм юбилейы айҡанлы Рәхмәт хаты, иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Ветеринарҙар иң кәрәкле бурыстарҙың береһен үтәй – хайуандар сәләмәтлеген хәстәрләп, йоғошло ауырыуҙарҙың таралы­уына юл ҡуймайҙар һәм халыҡ именлегенең дә һағында торалар. Республика күләмендә беҙҙең район имен һанала. Был ветеринария коллективында үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалған ысын оҫталар эшләүе хаҡында һөйләй.
- Ысынлап та, беҙҙең станцияла һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, яратҡан эшен намыҫ менән башҡарғандар бихисап. Прибельский ветеринар участ­каһы хеҙмәткәрҙәре иһә һәр ваҡыт өлгө булып тора. Ҡуйылған бурыстар­ҙы ваҡытында уңышлы үтәйҙәр – малдарҙы вакцинациялау буйынса бөтә профилак­тик сараларҙы сифатлы һәм билдәләнгән ваҡыт эсендә башҡаралар, хәүефле сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн бар көстәрен һалалар,- ти район ветеринария етәксеһе Ғәлинур Ҡунаҡаев.- Ауырыу­ҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау буйынса консультациялар үткә­реү, хайуандарға ярҙам күрһәтеү, малдарҙың ауырыуҙары хаҡында теркәп, медикамент­тарҙы иҫәпләп барыу һәм иҫәптән сығарыу журналдарын теүәл алып барыу – былар бөтәһе лә вете­ринарҙарҙың көндәлек эше. Прибельский ветеринар участкаһы мөдире Дамир Амекачев һәм уның ярҙамсыһы – вете­ринария фельдшеры Әсләм Хөсәйенов быларҙы ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.
Ғәлинур Ғаяз улы намыҫлы хеҙмәте өсөн ҙур рәхмәтен белдереп, артабан да шулай берҙәм булып, тыуған районыбыҙ үҫеше өсөн тырышып эшләргә яҙһын, тип теләне.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Аҙағын гәзит биттәренән уҡығыҙ.
Читайте нас: