Иҫке Аҡташ ауылында тыуған егет башланғыс кластарҙа үҙ ауылында уҡыһа, артабан Прибельский һәм Сахай мәктәптәрендә белем ала. Шунан Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының механика факультетына уҡырға инә.
- Конкурс ҙур булды. Имтихан тапшырғандан һуң бер урынға туғыҙ кеше дәғүә итә ине. Уны уңышлы үтеп, студент булып киттем. 4-се курстан һуң йәй айында тәжрибә туплап, тыуған “Победа” колхозында инженер-механик булып эшләп алдым. Диплом алғас та ошонда хеҙмәт юлымды башлап ебәрҙем. Ә ул йылда ауыл хужалығы институтының механика факультетын райондан алты ғына кеше тамамланыҡ, - тип хәтергә алды ул.
Артабан Әнәс Сәит улы армия сафында хеҙмәт итә, һәм ҡайтыу менән Фрунзе исемендәге колхозға инженер-механик булып эшкә урынлаша. Шунан КРЭС-та мастер була. 1971 йылда республика өлкә комитеты Архангел районының ауыл хужалығы идаралығына баш инженер итеп ебәрә. Бер аҙҙан тырыш белгес “Инйәр” совхозы идаралығына баш инженер итеп күсерелә, артабан уға Бакалдин совхозына директор вазифаһы ышанып тапшырыла.