Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 13:55

Өфөлә «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Самат Ғәлин арабыҙҙан китте

Өфөлә ауырығандан һуң «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Самат Ғәлин донъя ҡуйҙы.

Уға 52 йәш ине. Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, мәрхүм пневмония менән сирләгән.
Самат Ғәлимйән улы Ғәлин – Әбйәлил районының Хәлил ауылынан. 2013-2015 йылдарҙа ул «Осҡон» гәзитенең баш мөхәррире, Әбйәлил районы мәғлүмәт үҙәге директоры булып эшләгән.
«Башинформ» агентлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
фото «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: