Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 16:07

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында барлыҡҡа килгән коронавирус бөтә донъяны ялмап алды. Тәүҙә имеш-мимештәр, ышаныу-ышанмауҙар тураһында хәбарҙар булһаҡ, был турала хәҙер районда ла йыш ишетергә тура килә, ауырыған яҡташтарыбыҙ ҙа бар. COVID ауырыуын үткәреүселәрҙең сәләмәтлеге ниндәй үҙгәрештәр кисерә? Мәкерле вирустың тырнағына эләгеүселәргә нимәгә иғтибарлы булырға кәрәк? Был турала район үҙәк дауаханаһының табип-кардиологы, әле ваҡытлыса инфекционист булып эшләүсе Зөлфиә Венер ҡыҙы Хәмитова менән әңгәмәләштек.

- Коронавирус инфекция­һы менән ауырып, дауахана­нан сығыусыларҙың сәләмәт­леге тураһында күптәр ҡыҙыҡ­һына. Уларҙың хәлдәре нисек?
- Уларҙың хәл-торошо тураһында шуны әйтеп була: күптәренә көсөргәнеш бул­ғанда тын алыу ауырыраҡ, һаман да тәм тоймаусылар бар, кемдеңдер тән температураһы күтәренке, психологик яҡтан төшөнкөлөккә бирелгәндәр. Сит ил эксперттары әйтеүен­сә, дауаланып сыҡҡан кеше­ләрҙә вирус 90 көнгә тиклем һаҡланыуы ихтимал. Был сир, әлбиттә, әле тулыһынса өйрә­нелмәгән, шуға ла иҫбат итеп булмай. Дауахананан сыҡҡан пациенттар тормоштарында ауыр этапты үткән. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, коронавирус мейегә лә тәьҫир итә, шуға ла был кешеләрҙә депрессияға бирелә, тормошҡа ҡыҙыҡһы­ныуҙары кәмей. Был осорҙа яҡын­да­ры­ның ҙур терәк бу­лыуы мөһим. Улар эргә­лә­геләрҙән яҡ­лау табырға тейештәр. Ғө­мү­­мән, ауырыу кисергәндәр оҙаҡ ваҡыт яҡындары һәм табип күҙәтеүе аҫтында булалар.
Фәниә Сәлимгәрәева
әңгәмәләште.
Аҙағын гәзит биттәренән уҡығыҙ.
Читайте нас: