Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 16:02

Баҙнатлыларға юл асыҡ

Шундай заманда йәшәйбеҙ – етеш йәшәйем тиһәң, эҙләргә, табырға, баҙнатлы булырға, тырышырға, хаталанаһың икән, тороп баҫып, тағы алға ынтылырға, үҙ-үҙең менән көрәшергә кәрәк. Маҡсаттарыңа ирешеп, булмаҫтайҙы булдырып, үргә ынтылып йәшәүе ҡыҙығыраҡ та, мауыҡтырғысыраҡ та. Кемдер эшҡыуарлыҡ менән булыша, кемдер мал-тыуар, ҡош-ҡорт үҫтереү юлы менән аҡса эшләй, шулай уҡ ата-балаларыбыҙ үҙ иткән боронғо кәсеп – умартасылыҡты үҙ итеүселәр ҙә бар. Үрге Төкөн ауылында йәшәүсе Айгөл һәм Илшат Хәмитовтар ҙа тырышып был мауыҡтырғыс та, ауыр ҙа шөғөлдөң нескәлектәрен өйрәнә.

- Умартасылыҡтан икебеҙ ҙә йыраҡ булһаҡ та, күңел түрендә барыбер хыял, уй бар ине. Ғөмүмән был шөғөлөбөҙ дүрт йыл элек бер умартанан башланды, - ти Айгөл ҡыҙы. – Тормош иптәшем менән күп уйландыҡ – ниндәйҙер күңелгә лә ятҡан, матди яҡтан да терәк булырлыҡ шөғөл табыу уйы тынғылыҡ бирмәне. Шунан икебеҙ ҙә умартасылыҡта туҡталдыҡ. Эшләп ҡарайыҡ әле, тинек. Быйыл рәсми рә­үештә крәҫтиән-фермер хужалығы була­раҡ теркәлдек.
Шуныһы яҡшы - Хәмитовтарҙың уйын тормошҡа ашырыуҙа дәүләт ярҙамы ла иш янына ҡуш була. Айгөл Кәшфулла ҡыҙы Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәптә тороусы булараҡ, субсидияға эйә була. Был ярҙам төрө эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүсе эшһеҙҙәргә бирелә.
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА фотоһы.
Аҙағын гәзит биттәренән уҡығыҙ.
Читайте нас: