Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 21:50

БӘХИЛЛӘШКӘНДӘ... Хикәйә.

Әнүәр ҡалтыранып, өшөп уянып китте. Уң ҡулы ойоған, ҡулбашын күтәрерлек тә түгел. Бәй, иҙәндә ята ла инде, ул бит һикегә лә менеп етә алмаған. Ярай, иҙәндә йоҡлаһа ни, ҡомаҡ-сысҡан маҙар юҡ. Икмәк валсығы ла төшмәгәс, улар бында нисек йәшәһен. Совет дәүеренән ҡалған сәғәткә күҙ ташланы, уныһы текелдәй әле, герен генә күтәреп ҡуйырға кәрәк. У-у, баш ауырта. Ҡайҙан нимә табып, башын төҙәртергә икән? Бөгөн нисәһе әле? Кисә 12-һе ине, бөгөн 13-сө. Эйе, бөгөн 13-сө, әсәһенең пенсияһы килгән көн. Почтальон иртән-иртүк таратып сыға торған. Моғайын, ҡалдырып та сыҡҡандыр. Әсәһе үҙенеке, ситкә типмәҫ, бер яртылыҡ булһа ла арттырыр ул. Магазиндан алырға 200 тәңкә бирһә, юғары оста Мәрхәттән бер литр алырға мөмкин. Былай булһа, йәшәйбеҙ!

Айнығыр-айныҡмаҫ ир әсәһенең ишеген ҡаҡҡанда хужабикә сәй эсеп ултыра ине. Урынынан ҡуҙғалып ишекте асһа, улы тора, бер һүҙ өндәшмәне, тегеһе эйәреп эскә үтте. Саҡырғанын да көтмәй өҫтәл эргәһенә ултырҙы һәм нимә бар, ҡапҡылай башланы. Әсәһе лә белеп тора, ул ғынаһы ас, аш күргәне юҡ, ризыҡты алдынараҡ этеп ҡуйҙы. Аш ҡына етәме һуң инде, пенсияңды алдыңмы, әсәй, тине, йәнәһе, мине онотманыңмы?
– Алдым, – тине әсәһе, – алһа, нимә булған? Минең пенсиямда һинең ниндәй өлөшөң бар? Пенсияны дәүләт һиңә түгел, миңә түләй.
– Былай ғына һорайым, – тип мөңгөрләне улы, – бәлки, берәй эшең барҙыр, әсәй.
– Түләһәм, эшләйһеңме? – тине әсәһе һынсыл ғына, – Ана, утын ята, ай һайын йөҙ тәңкә түләйем, ярам, тиһең, юҡ.
– Бер аҙ кипһен, кипкән утын еңел ярыла, – тип сәбәбен дә тапты улы.
– Ә унан алда яңы бысылған утын сей килеш анһат ярыла, тип һөйләнгәйнең, – тине әсәһе, бер ыңғай хәтеренең яҡшы икәнлеген дә иҫкәртте.
– Бер ҙә хәл юҡ, әсәй, баш ауырта, – тип йәлләтергә тырышты улы.
– Эсмә, һиңә кем эсергә ҡуша. Эшкә тотон, – тип тоҡанды әсәһе. – Эш юҡ, тип әйтергә итәһеңме? Эшләгән кешегә эш бар ул. Ана, фермер Хәлит һауынсы эҙләй, йәш сағым булһа, үҙем барыр инем. Көн һайын мең тәңкә түләй. Айына утыҙ мең. Минең өс айлыҡ пенсиям. Үҙем барам, тигәйнем, Хәлит һүҙен дә таба, һине, инәй, ялларға оялам, ти. Әйҙә, үҙем алып барам.
Әнүәр, әйтерһең дә, һыйыр имсәгенә йәбешергә ҡурҡты инде, хатта урынынан һикереп торҙо:
– Юҡ, әсәй, үлһәм үләм, һыйыр һауып йөрөйһөм юҡ. Һыйыр һауғансы, үләм, биллаһи, аҫылынам да ҡуям.
– Һинме һуң инде элмәккә һикерер кеше, ғүмерҙә ҡулыңдан бер нәмә лә килмәне, йүнле булһаң, ике балаһын эйәртеп, килен ҡайтып китмәҫ ине, – тине әсәһе улының алдына шәшке ултыртып.
Әнүәр өндәшмәй, әсәһе әйтһә әйтә лә ҡуя шул:
– Йә инде, әсәй, бер яртылыҡ ҡына, башҡа бимазаламам, – тип инәлә.
– Юҡ, бер сәкүшкәлек тә булмаясаҡ.
– Әсәй, әтеү аҫылынам, – тип шыңшыны улы.
– Аҫылынһаң, үҙеңә лә, миңә лә еңел булыр, исмаһам, аҡса һорап йөрөүсе булмаҫ, – тине әсәһе. – Улайһа, мә, һинән ҡотолоп булмаҫ, мине гонаһлы итеп бөттөң инде.
Мә, тигән һүҙ ишетелде һәм Әнүәрҙе дәртләндереп ебәрҙе. Әсәһе эргәһенән үрелеп бер тоҡсай алды һәм улына һондо. Улы ҡалтыранған ҡулдары менән тоҡсайҙы эләктереп сығып йүгерҙе һәм тоҡсайҙы асып ҡараны: бәй, был нимә ул?
Тоҡсайҙа шпагат, һалам төрә торған ап-аҡ шпагат ята ине. Тағатып ҡараны, ике метр ярым булыр. Быныһы нимәгә тағы? Туҡта, әсәһе аҫылынырға шпагат тоттороп ебәргән түгелме һуң? Йәне көйөп Әнүәр һөйләнә-һөйләнә өйөнә инеп китте, ултырғысын һөйрәп алды, өрлөктә сөй эҙләй башланы. Шпагат тоттороп ебәргән, хәҙер шунан үҙең ысҡындырып ал инде. Инде ултырғысҡа менеп баҫҡайны, элмәкте муйынына элә лә башлағайны, туҡтап ҡалды. Берәй яҙыу ҡалдырырға кәрәк, былай үлеп тороуҙан ни файҙа. Белһендәр, күрһендәр, Әнүәр юҡҡа үлмәне, уның да ғорурлығы бар. Бына ҡәләм, ҡағыҙ ярпыһы ла бар. “Үҙ иркем менән донъяны ҡалдырам. Минең үлемемдә берәүҙе лә ғәйепләмәгеҙ. Бәхил бул, әсәй”, – тип яҙҙы Әнүәр аҡ ҡағыҙға. Хатта әсәһе менән бәхилләшкәндә күҙҙәренән йәш килеп сыҡты. Эй, илар инде бахыр ғынаһы... Ә быны нимәгә яҙып ултыра инде? Былтыр Оҙон Ғиссам үҙенә ҡул һалғайны, хатта яҙыу ҙа ҡалдырмаған. Кешеләр, ниңә улай китеп барҙы икән, тип аптыраштылар. Ә бына Әнүәргә бындай дәғүә юҡ, ҡағыҙы яҙылған, бөтәһе лә аңлашыла, ҡыҫҡаһы, һуңынан берәү ҙә һорап йөрөмәйәсәк.
Әнүәр өрлөктәге сөйҙө барланы, ныҡ булырға тейеш, үҙен күтәрер, буғай. Ошо сөйгә малайы менән ҡыҙының сәңгелдәген элә торғайнылар. Эй, малайы оҡшата торғайны, сәңгелдәкһеҙ йоҡламай ҙа ҡуя инде. Аҙаҡ Әнүәр хатта бер-ике көн ҡулда йөрөтөп йоҡлатты. Булған бит заманалар! Ошонда Әнүәр балалар үҫтерҙе, тип һөйләһәң, кеше ышанмаҫ. Бынауы алкаш ошонда ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, ара-тирә ҡунаҡ йыйып, донъя көттөмө, тип аптырашырҙар. Ә ҡатыны ниндәй уңған һәм егәрле ине. Нисек инде уңған һәм егәрле ине, ул әле лә бар, күрше генә ауылда, ҡарт әсәһе менән геүләтеп донъя көтә, тиҙәр. Әнүәр ишеткеләп йөрөй, әсәһе бер-ике тапҡыр балаларҙы һағындым, тип барып та ҡайтҡан, киленен кире ҡушылырға өгөтләп тә ҡараған, шикелле. Белә, нимә тип яуап биргәнен Әнүзәнең. Ай-һай, егәрле лә, телгә лә әсе шул. Нимә тигән әле, иҫерек ирҙе ҡосаҡлап ятҡансы, бер үҙем йоҡлайым, тигән.
Әнүәр хәтирәләренән арынды, етәр, күпмегә һуҙырға мөмкин, инде ултырғысҡа менеп баҫты, шпагатын сөйгә эләктерҙе, эленергә генә ҡалғайны, тышта автомобиль сигналы ишетелде. Кем йөрөй тағы? Ир йүгереп мәңге йыуылмаған, саң баҫҡан, үрмәксе ауынан саҡ күренгән тәҙрә аша урамға ҡараны һәм ҙур иномарка күрҙе. Бәй, фермер Хәлит килгән түгелме һуң, уға нимә ҡалмаған тағы? Их, өлгөрөрмө икән?
– Хужалар өйҙәме? – тип йыраҡтан уҡ һөрәнләп килә ул. Бына соланда дөбөрҙәгәне ишетелде. Ҡара, үҙен хужа һымаҡ тота, үҙ өйөнә инеп киләме ни.
– Өйҙә! Мин ҡайҙа булайым, – тине Әнүәр, ярай өлгөрҙө, шпагатын түшәмдән йолҡоп алды, кеҫәһенә тыға һалды.
Һиндә йомош бар ине, ағай, – тине тегеһе, быны баштан-аяҡ күҙҙән кисереп. – Һине бөтәһе лә маҡтай, эшкә шәп, тиҙәр. Мин бит хужалыҡты киңәйтәм. Биш йөҙ ферманы ишеткәнең бармы? Вәт, мине шуға индерҙеләр. Ярҙам ит, ағай. 500 ферма!
500 ферма, тиме, их, бынан бер 500 тәңкә һығып алғанда, шәп булыр ине, тип хыялға бирелде Әнүәр. Тик сиселеп бармаҫ шул. Бәлки, 200 тәңкә лә етер. Һорарғамы, юҡмы?
– Минең эш мөшкөл бит әле, – тине алкаш айныҡ фермерҙың күҙҙәренә ҡыҙғаныс ҡиәфәттә ҡарап. – Кисәгенән баш ауырта...
– Был ниндәй халыҡ, күҙ алдында бөтөп баралар, – тип һөйләнә башланы фермер. – Мин уға эш тәҡдим итәм, ә ул эсергә аҡса һорай. Нисек оялмайынса баш төҙәтергә аҡса һорайһың минән! Оятһыҙ! Мин бит һиңә эш менән килдем.
– Килһәң ни, унда минең ни эшем бар. Һыйырыңды әтеү үҙең һауаһың инде, 100 тәңкәңде лә йәлләп тораһың, – тине Әнүәр битараф төҫ менән. – Ә һин минең һыйыр елененә ҡағылыу менән ниҙәр кисереүемде беләһеңме?
– Нимә булды тағы? Әллә һыйыр имсәгенә ҡағылғаным юҡ тиһеңме?
– Эйе, тап шул хаҡта һөйләп торам да инде. Электән миндә шундай сир бар, һыйыр имсәгенә ҡағылһам, ҡатын-ҡыҙға йәбешә башлайым.
– Кит әле, булмаҫ! – Фермер хатта башындағы кәпәсен систе. – Йәле, ентекләп һөйлә. Һин һыйыр имсәгенә йәбешәһең, үҙең шунда уҡ ҡатын-ҡыҙ хаҡында уйлай башлайһың.
– Тап шулай, ҡустым, һин мине лутсы һыйырҙарың тирәһенә ебәрмә. Бәләһенән баш-аяҡ, бер-бер хәл булып ҡуйыр. Ишеттем, һыйырҙарың сит илдән ҡайта, бик ҡиммәттер, тип уйлайым. Берлиндың үҙенә генә билет хаҡы 20 меңләп, тиҙәр. Ә һыйырыңдың ите, һөтө тағы ла күберәктер әле. Ҡара иҫәп менән иң кәмендә 100 – 150 мең һум. Ә һин миңә шул һыйырҙы ышанып тапшырырға итәһең, ә үҙең баш төҙәтергә 100 тәңкә йәлләйһең.
Фермер аптыранып ҡулын кеҫәһенә тыҡты, хатта аҡса ҡыштырҙағаны ишетелде. Алкаштың ҡолаҡтары ҡарпайҙы.
– 100 тәңкә тинеңме?
– Эйе, 100 тәңкә, бәлки, ул минең ғүмеремде ҡотҡарыр.
Фермер кеҫәһендә аҡсаға ғына хас ҡыштырлау тағы ла ҡабатланды һәм ҡулға эйәреп ике йөҙлөк килеп сыҡты. Әнүәрҙең тын алышы йышайҙы, ҡан баҫымы күтәрелде, хатта еңелсә тирләп сыҡты.
– Ә ике йөҙ тәңкә күп булмаҫмы? – тине фермер, ә үҙе һаман икеләнә. – Ярай, мин риза, тик тәүҙә барып эшләп ҡарайбыҙ, ҡулыңдан килһә, ошо аҡса кискә һинеке.
Әнүәр үҙе лә белә, башҡа юл юҡ, ризалашырға ғына ҡала. Тәүҙә кеҫәһенә тығылды, был нимә ята ул? Ә-ә, теге һалам төргән шпагат икән.
– Ҡасан тотонабыҙ? – тине алкаш.
– Ҡасан булһын, хәҙер үк. Әйҙә сыҡтыҡ, ҡуҙғалабыҙ.
Сығыуҙарына ишек төбөндә Әнүәрҙең әсәһе тора ине.
– Һаумы, улым, – тип иҫәнләште ул фермер менән. – Быны ҡайҙа алып бараһың? Эшкә? Ошонан эш сығыр тиһеңме? Ғүмерҙә изгелек күрһәтмәйәсәк. Эсермәй, бикләп кенә тотмаһаң, бер файҙаһы ла булмаясаҡ.
– Ҡарарбыҙ, – тине фермер, – тәүҙә эшләп күрһәтһен әле.
Хәлит Әнүәрҙе “Крузак”тың алғы ултырғысына ултыртты, тегенең хатта тағы ҡан баҫымы күтәрелде. Еңелсә тирләр ине, кондинционерын эшкә ҡушты. Бына ҡайҙа рәхәт, һыуыҡ һауа секунд эсендә салонды еләҫләне лә ҡуйҙы.
– Был машина күпме тора? – тине Әнүәр.
– Был машина бик ҡиммәт тора, – тине фермер. – Шуны бел: һин уға ултырып йөрөүгә лайыҡ, сөнки һин ошо машинанан да ҡиммәтерәк техника һәм һыйырҙар менән эш итәсәкһең.
Килеп төштөләр. Фермер алкашты иң тәүҙә бер бүлмәгә индереп, уға ярашлы кейем тотторҙо, икенсе бүлмәлә душта йыуынырға, ҡырынырға ҡушты. Тартҡылашманы Әнүәр, тиҙ генә йыуына һалып, өр-яңы кейемдәрҙе кейеп килеп тә сыҡты.
Тышта сит илдән килгән мастер көтөп тора икән, эргәһендә тәржемәсе ҡыҙыҡай өлтөрәп йөрөгән була. Өҫтәүенә, телекамера, фотоаппараттар тотҡан биш-алты хәбәрсе күренә.
Фермер нимә эшләй инде, тәржемәсегә Әнүәрҙе маҡтай, бая уның һыйыр елененә йәбешкәндә нимәләр кисергәнен һөйләй. Мастер менән тәржемәсе әллә ҡыуанып, әллә шатланып, көлөштөләр. Хатта мастер тигәндәре Әнүәрҙең арҡаһынан яратып, ниҙер әйтте. Иң тәүҙә һөт боксына инделәр. Ҡайҙа ҡарама тутыҡмай торған тимерҙән эшләнгән көҙгө һымаҡ ҙур-ҙур һауыттар. Бына дүртәүләп киләләр, хатта Әнүәр үҙен улар араһында айырмай, кисерештәренән башы еңелсә әйләнеп ҡуйҙы. Ул инде хәҙер кисәге алкаш түгел, фермер әйтмешләй, мастер, үҙ эшенең оҫтаһы. Хатта бер килке Әнүәр көҙгө һымаҡ тимергә ҡарап һоҡланып торҙо, түҙмәйенсә үҙен тотоп ҡараны. Ҡара әле, кешене кейем ҡалай ирәйтә. Ҡайтҡан саҡта һалдырып алырҙамы икән?
Алдан мастер атлай, ул бөтәһен дә һөйләп бара, тәржемәсе шул ыңғай нимә хаҡында һүҙ барғанын аңлата. Бәй бының бер мәшәҡәте лә юҡ та инде. Ошоға оҡшаған ҡорамалдар менән эшләне Әнүәр колхозда, тик ул заман артта ҡалды. Бына хәҙер яңыртып булашалар, тик хәҙер аҡса түләйҙерме икән?
Көнө буйы булаштылар, Әнүәрҙең ете ҡат тире сыҡты инде, хәле бөттө. Төшкө ялға туҡтанылар, ашарға алып керҙеләр. Бына дүртәүләшеп бер өҫтәл артында ултыралар, типә-тиң һөйләшәләр бит әле. Ә теге мастер тигәндәре Әнүәрҙе маҡтай ҙа маҡтай. Уның нимәһен маҡтайһың инде. Шул элекке бер алкаш ине инде, әле бына эш сығырға тора. Тик түләргә йыйыналармы икән? Эшләй башлаһа, эш хаҡы сыҡһа, бәлки, ғаиләһен килтерер, әҙәм рәтле йәшәй башлар ине.
Төштән һуң яңынан эшкә тотондолар, мастер Әнүәргә һоҡланыуын йәшермәй, уртаҡ телде тиҙ таптылар. Ваҡыт та тиҙ үтә икән, бына кис тә етте. Фермерҙың кабинетында бәләкәй генә кәңәшмә үткәрҙеләр. Күберәк мастер һөйләне.
– Мин һыйырҙарҙың яҙмышы өсөн борсолмайым, Рәсәйҙең үҙендә оҫталар күп икән. Миңә Әнүәр әфәнде бигерәк тә оҡшаны, – тине ул. – Ҡыҫҡаһы, һеҙ яңы шарттарҙа эшләргә әҙер. Мин һеҙгә уңыштар теләйем.
Кәңәшмә бөткәс, таралышыр алдынан Әнүәр фермер эргәһенә килде:
– Спецовканы ҡайҙа ҡлдырырға? – тип һораны.
– Ә һин ҡалдыраһыңмы ни? – тине ғәжәпләнеп Хәлит. – Хәҙер ул һинеке, йылы тәнеңдә туҙһын, ә иҫкеһен бына тоҡсайға һалып ал, бәлки, кәрәк булыр.
Әнүәр кейемдәрен барлап тоҡсайға һалыр алдынан кеҫәләрен тикшерҙе, берәй кәрәкле әйбер ятып ҡалмаһын. Салбарының уң кеҫәһендә нимәлер бар шикелле, был нимә тағы? Тартып алһа, баяғы шпагат килеп сыҡты. Үҙе лә уңайһыҙланып тертләп ҡуйҙы. Кеше күреп ҡалмаһын тағы.
– Әнүәр ағай, – тип өндәште фермер, эргәһенә килеп. – телефоныңды яҙып алайыҡ әле.
– Ниндәй телефон? – тип аптыранды тегеһе.
– Кеҫә телефоныңдың номерын әйт әле, – тип ныҡыша һаман Хәлит.
– Телефон? Минең телефоным юҡ бит.
– Ысынлап әйтәһеңме? Ә телефон менән эш итә беләһеңме?
– Әллә тағы, ҡулға килеп эләкһә, өйрәнер инек әле. – тип һөйләнде Әнүәр.
– Улайһа, мә, Әнүәр ағай, һин хәҙер олпат кеше, оператор, телефонһыҙ килешмәй. Минекен тотон, быныһы менән мин Мәскәүҙә генә һөйләшәм, – тип Әнүәргә трубкаһын тотторҙо.
Әнүәр тағы ла еңелсә генә тетрәнеү кисерҙе. Бына ғәжәп, уға ышаныр һәм телефон тотторор кешеләр ҙә булыр икән. Бер көн өсөн бик күп түгелме? Тәүҙә эшкә саҡырҙылар, баштан-аяҡ кейендерҙеләр, бушлай, тинеләр. Хәҙер килеп, телефоны ла бар.
– Ә миңә ул нимәгә?
– Нисек нимәгә? Бына ике-өс көндән таналар килә, улар әле Брест таможняһында. Уларҙы һин ҡаршы аласаҡһың, хәҙер һин уларға хужа.
– Минән эш сығырмы икән һуң?
– Сығыр, мин һиңә ышанам, ағай. Әйҙә ултыр, бер ергә барып киләбеҙ.
– Ә ҡайҙа барабыҙ?
– Ултыр, барып еткәс әйтермен. Тиҙ бул!
– Тиҙ бул? – Әнүәр үсегә яҙҙы. – Әле мин һиңә ялланмаған! Иртәнән бирле баш төҙәткән юҡ. Һин мине ашың-сәйең менән алдама!
– Һине берәү ҙә алдамай. Мин һине кеше итергә теләйем, – тине фермер.
– Кеше итәм, тиһеңме?
– Ултыр. Аҙаҡ һөйләшербеҙ.
Әнүәр ыңғыр-һыңғыр килеп машинаға ултырҙы. Ярай, әллә ҡайҙа алып китмәҫ. Ә машинаһы шәп! Текә, бейек.
* * *
Ә был ваҡытта Әнүәрҙең әсәһе Гөләйшә апай улын эҙләп, өйөнә инде. Хәл белешергә ине ниәте. Ярай әле, Хәлит эшкә саҡырҙы, айныҡ ҡына йөрөһә ярар ине. Әсәһе өйгә инде, донъяһына күҙ һалды, һис кенә лә кеше йәшәгән йортҡа оҡшамаған. Килендең балаларын алып ҡайтып китеүенә лә йылдан ашты шул. Айныҡмайынса килмәйем, ти. Утты яҡтыртты, иң тәүҙә күҙенә өҫтәлдәге ҡағыҙ салынды. Әллә яҙыу әтмәлләгән инде? “Үҙ иркем менән донъяны ҡалдырам. Минең үлемемдә берәүҙе лә ғәйепләмәгеҙ. Бәхил бул, әсәй”. Уф, Хоҙайым, әле генә ошонда йөрөй ине, һарайға ғына сыҡтымы икән? Үҙе бит иртән шпагат тотторҙо, көнө буйы Хәлиткә эшләп йөрөнө бит әле. Гөләйшәнең хәле бөттө, күҙ алдары ҡараңғыланды һәм үҙе лә һиҙмәҫтән диванға ултырҙы ла ҡолап та китте. Ҡуй инде, һуңғы сиккә еткәйне шул, үҙәгенә үткәйне, аптыраған көндән анау ебен тотторған булғайны.
Әсәнең күҙҙәренән йәш аға, үҙе урынынан да ҡуҙғала алмай. Улына бит үҙе тоттороп ебәрҙе. Бер көн Әнүзәгә шылтыратҡайны, уныһы ипкә килерлек һымаҡ, айнығандың икенсе көнөнә үк ҡайтырбыҙ, тип тора. Улы менән ҡыҙы йәл. Уларҙы бит аталары йәнендәй күреп ярата ине. Үкенә Гөләйшә, яҙыуын да ҡалдырған бит әле. Бәхилләшкән булған, әсәһенә өндәшкән.
* * *
Хәлиттең текә “Крузагы” Әнүәрҙең ҡатыны Әнүзә йәшәгән ауыл яғына елдерә. Хәлиттең үҙ пландары: фермаһын киңәйткәйне, яңы таналар һатып алғайны, ә ауылда эш ышанып тапшырырлыҡ кеше юҡ. Эргәһендә бәүелеп килгән Әнүәргә нимә әйтәһең инде, бөгөн булмаһа иртәгә ысҡынырға әҙер. Ә таналар оҙаҡламай килеп етәсәк, тағы ла үҙенә еңен һыҙғанырға тура килерме икән? Ә уның маҡсаты – һөттө һауыу ғына түгел, эшкәртеү, сауҙа нөктәләренә тапшырыу. Бының өсөн ҡаланан кеше саҡыртып булмай бит инде. Барлыҡ өмөт эргәлә йоҡомһорап килгән Әнүәрҙә. Фермер күрҙе, ҡулынан эш килерлек. Мастерға ла оҡшаны. Тегене ярты һүҙҙән аңлап тора. Эх, Әнүәр һымаҡты тағы ҡайҙан табаһың? Эсеп, юҡҡа сығып бөттөләр бит. Әгәр ул ышанысты аҡлаһа, ҡатыны ла килеп ҡушылһа, барлыҡ мәшәҡәттәр хәл ителәсәк. Ауылда юҡ башҡа кеше, өй аша мөрйәнән төтөн сыҡмай. Ошо Әнүәр һымаҡ берәм-һәрәм генә ҡалдылар. Улары ла йә ҡалаға китә алмай, йә Әнүәрҙәй эсһәләр ҙә үлә алмай йөрөйҙәр. Ярай әле, ул килеп сыҡты, һуңғы өмөт һәм ышаныс.
Хәлит күҙ ҡырыйы менән генә Әнүәрҙе күҙәтеп бара. Башҡа ваҡыт булһа, артына тибеп, төшөрөр ҙә китер ине. Юҡ, ярамай. Арыу кешегә сығарып, күҙенә ҡарап барырға тура килә. Ҡара, ниндәй олпат, ваҡ-төйәккә битараф ҡиәфәт менән ултыра белә ул, әйтерһең бер ҙур начальник. Үҙен ҡайҙа алып барғандарын һиҙә, буғай. Өндәшмәй. Тимәк, сәфәргә фатихаһын бирә. Алда нимә көтөрөн дә һиҙәлер. Ана, алыҫта ауылдың уттары күренде, ҡеүәтле джипҡа юл түҙәме инде, килеп тә еттеләр.
– Өйҙәре ҡайҙа? – тине фермер.
– Ә-ә, минекеләрҙе әйтәһеңме? Ошо тирәлә була торғайны, – тип мөңгөрҙәне Әнүәр. – Туҡта, һин мине бында нимәгә килтерҙең?
– Ғаиләңде, балаларыңды күрһен, тип килдем. Ә улар һиңә лә, миңә лә кәрәк.
– Туҡта, һин мине тамам буйһондороп алдың түгелме һуң? – тине Әнүәр. – Һин ни эшләп минең ғаилә эшенә ҡыҫылаһың? – тип Әнүәр фермерға боролоп уҡ ултырҙы.
Фермер машинаһын туҡтатты, нимә әйтергә белмәй Әнүәргә бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Бер тапҡыр уфтанды, төкөрөп ҡуйҙы. Шулай итеп үҙен тынысландырҙы.
– Ҡана, бир әле телефоныңды, – тине ул, Әнүәргә ҡулын һондо.
– Мә, үҙеңдеке бит, – тине тегеһе.
– Онотма, мин бер биргән әйберҙе бер ваҡытта ла кире алмайым, – тине Хәлит һәм смартфонының экранында ниндәйҙер программаны асып, Әнүәргә күрһәтте. – Бына ҡара, Беларусь был. Күрәһеңме, бер-бер артлы биш нөктә килә? Беҙҙең таналарҙы тейәгән “фура”лар улар. Ике көндән улар ошонда килеп туҡтаясаҡ. Уларҙы кеше һымаҡ ҡабул итергә, быҙаулаттырға әҙерләргә кәрәк. Бының өсөн тейешле техника һатып алынған, үҙең күрҙең. Ә улар менән эшләргә кеше юҡ. Мастерҙан бурыс төштө, ул һиңә күрһәтеп бирҙе, һин төшөндөң. Хәҙер барлыҡ эш беҙҙең ҡулда.
Фермер машинаһын урынынан ҡуҙғатты. Оло урамды бер үттеләр, юҡ, күптән был яҡтарға килгәне юҡ, Әнүәр ҡәйнәһенең өйөн танымай ҙа ҡуя. Әллә яңы ҡойма тоттолармы икән? Хәлит әсе телле инде, нимә тигән була:
– Нимә, ағай, таныш ҡапҡа күренмәйме әллә? – тине. Төрттөрә, ныҡ көлә.
– Килгән юҡ бит, – вис яңыртып бөткәндәр, тип аҡланды тегеһе. – Юл да төшкәне юҡ. Хәйер, мине бында кем көтһөн инде. Стоп! Бынау түгелме икән?
Джип еңелсә артҡа бирҙе. Йәйге кис, урам тулы бала-саға, өлкәндәр ҙә бар. Бындай автомобилде күргәндәре юҡтыр, моғайын, ул бала-саға, ҡарт-ҡоро, йәштәр йыйылып китте. Текә машинаны тотоп-тотоп ҡарайҙар, саңын һөртәләр.
– Кемгә килдегеҙ? – тип кем уҙарҙан ҡыҙыҡһыналар.
– Кемгә килдек? – тип һорай фермер боролоп Әнүәрҙән.
Уныһы ҡаушай, бисәһенең Әнүзә икәнлеген белә лә ул, тик малайы менән ҡыҙының исемен иҫләй алмай ҙа ҡуя.
– Кемгә тип, хәҙер әйтәм, Гөлнара менән Иршатҡа инде, әсәләре Әнүзә, – тип яуапланы Әнүәр.
– Гөлнара менән Иршат ҡайҙа? – тип һөрәнләне “Крузак”тың водителе. – Әсәләре Әнүзә булырға тейеш.
Малайҙар менән ҡыҙҙар кемуҙарҙан Гөлнара исемле ҡыҙыҡай менән Иршат исемле малайҙы алға этеп сығарҙы. Эй, минең бәләкәстәрем, тип күңеле тулды Әнүәрҙең, хатта күҙҙәрендә йәш ялтыраны. Ҡайһылай үҫеп киткәндәр, хатта танырлыҡ та түгел.
– Ә һеҙ кем булаһығыҙ? – тине ҡыҙыҡай өҫтөнә һуңғы мода менән тегелгән махсус кейем кейгән, ҡырынған атаһын үҙе сырамытҡандай бит әле.
Әнүәр өндәшмәне, ул өнһөҙ генә илай ине. Йә инде, хәҙер үҙ балалары ла танымай торһон әле.
– Атай килгән бит, – тине улы, үҙенеке шул, таныны.
Ул арала булмай ҡапҡанан Әнүзә килеп сыҡты. Сыҡмаҫлыҡмы ни, ят автомобилде күреп, ярты ауылдың балалары йыйылған. Әнүзә тиҙ таныны:
– Ни эшләп йөрөйһөң? – тине ул аптыранып.
– Һаумы, еңгә? Бына һеҙҙең хәлде белергә килдек, – тип өндәште Хәлит. – Әнүәр ағай һеҙҙе һағындым, ти. Иртәрәк килер ине, бушамай, эше күп.
– Әйҙәгеҙ, өйгә үтәйек, – тип уңайһыҙланып ҡына саҡырҙы Әнүзә ҡунаҡтарҙы.
Өйгә керҙеләр, Хәлит күстәнәстәрен өҫтәлгә теҙҙе. Тыныс ҡына итеп бергә сәй эстеләр. Шул арала фермер ябай ғына итеп сит илдән таналар һатып алыуы, яңы ферма ҡороуы, эшләргә кеше кәрәклеген, был һынауҙы Әнүәрҙең лайыҡлы тотоуын бәйән итеп өлгөрҙө.
– Еңгә, әйҙә балаларҙы алығыҙ ҙа ҡайтығыҙ, – тине фермер, – һеҙҙән башҡа кешем юҡ. Һыйыр өсөн мин ҡырҙан кеше килтерә алмайым.
– Һин ошо кешегә ышанаһыңмы? – тине ҡатын Әнүәргә күрһәтеп. – Уға бит йөҙ һум бирһәң, мең һумлыҡ эсеп иҫерәсәк.
Мин уға түгел, һеҙҙең икегеҙгә ышанам, был эште һеҙ генә башҡарып сығырлыҡ, – тине Хәлит. – Йөҙ һыйырҙы ла ҡарай алмабыҙмы икән?
Шул ваҡыт Әнүзәнең телефоны шылтыраны. Ҡатын трубканы алды, бик оҙаҡ тыңланы:
– Нимә булһын, бына ултыра ул, – тине Әнүәргә ҡарап. – Ысынлап әйтәм, өр-яңынан кейенеп алған, хатта балалары ла танымай торҙо. Эйе, ошо хаҡта һөйләшеп ултырабыҙ.
– Нимә бар? – тине Әнүәр.
– Нимә бар, үҙең беләһең инде, – тине Әнүзә, – ҡәйнәмә яҙыу ҡалдырып киткәнһең. Шуны уҡыған да йығылған да ҡуйған. Әле өй беренсә йөрөп һине эҙләйҙәр.
– Юҡ, юҡ, мин бында, – тине Әнүәр, – ул ҡағыҙ хәҙер иҫәпләнмәй.
– Ҡәйнәм менән бәхилләшеп, яҙыу ҡалдырманыңмы ни? – тине Әнүзә. – Әсәйеңдең ҡотон осорғанһың да баһа.
– Эй-й, булды инде, – тине Әнүәр ҡулын һелтәп. – Әйҙә, Әнүзә ҡайт, яңынан тормош башлайыҡ. Бына Хәлит икебеҙгә лә эш бирә. Ниңә беҙ эшләрлек кеше түгелме ни? Эшләрбеҙ. Миңә ышан, һуңғы тапҡыр ышанып ҡара.
– Һуңғы тапҡыр, тиһеңме? – тине ҡатыны. – Һуңғыһы булмаһын шул... Тик бәхилләшергә ашыҡма... Ҡабаланма... Балаларҙы үҫтерергә кәрәк. Әйберҙәрҙе хәҙер йыяйыҡмы?
Әнүәр иртүк тороп ихатаһына сыҡты. Нигеҙ буйында ятҡан бүрәнәгә барып ултырҙы. Баш былай ауыртыуын ауыртмай, геүләп торған һымаҡ. Шул ваҡыт әсәһе яғындағы бәләкәй ҡапҡаның шығырҙап асылғаны ишетелде. Кем йөрөй икән? Үрелеп кенә ҡарағайны, һиҫкәнеп ҡуйҙы. Ап-аҡтан кейенгән әсәһе сығып баҫты. “Лә иләһә иллалла Мөхәммәт рәсүлулла”, – тине, ете тапҡыр әйтте. Әнүр ҙә тиҙ ятлап алды. Лә иләһә иллалла Мөхәммәт рәсүлулла.
– Аллаһым, – тине әсәһе, тубыҡланып ултырып. – Миңә ҡылған изгелектәрең өсөн рәхмәт! Һинең, тик һинең ярҙамың менән генә балаларымды үҫтереп, кеше иттем. Әнүәр улыма ла көс-ҡөҙрәт бир! Айнырға, саф юлға баҫрға ярҙам ит! Күреп тораһың бит, үҙе лә, килен дә эшкә шәптәр. Ҡыҙ менән ул үҫтерәләр. Быға тиклем ҡылған изгелектәрең, Аллаһым, барса кешегә лә етте. Ҡалдырмасы балаларымды изгелегеңдән! Лә иләһә иллалла Мөхәммәт рәсүлулла.
Әнүәр әсәһенән һуң тағы бер ҡабатланы. Лә иләһә иллалла Мөхәммәт рәсүлулла. Әсәһе нисек килеп керһә, шулай шым ғына юҡ булды.
Һәнәк журналы сайтынан алынды
фото Т.Роза
Читайте нас: