Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 12:05
Ҡазалы сәфәр...
45 йәшлек ҡатын әрәм...
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 7 октябрҙә Илеш районында үлемесле авария теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, юл-транспорт ваҡиғаһында 45 йәшлек ҡатын һәләк булған.
"Лада Гранта" рулендәге 62 йәшлек урындағы кеше ниндәйҙер сәбәп менән юлдан ситкә сығып осоп, әйләнеп китә. Автомобилдәге пассажир ҡатын бәрелеүҙән алған яраларынан шул урында йән бирә, ә водитель үҙе дауаханаға оҙатыла. Әле ҙур фажиғәгә килтергән аварияның сәбәптәрен тикшереү бара.
Юлдарҙа һаҡ, иғтибарлы булайыҡ, тейешле ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәйек.
Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/azali-s-f-r-489587/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?