Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Октябрь 2020, 15:59

Яҡташыбыҙ нисек “донъя кешеһе”нә әйләнгән?

Айҙар яңғыҙы сәйәхәт итмәй, ул үҙенең ҙур ғаиләһе – ҡатыны Ирина һәм өс улы менән бергә донъя гиҙә.

Учалыла тыуып үҫкән Айҙар Хәкимйәновты “башҡорт Федор Конюховы” тип атарға була. Оптимист рухлы, тәүәккәл, күңеле менән сәйәхәтсе 40 йәшлек эшҡыуар күп илдәрҙә булған һәм Мексикала, АҠШ-та, Сингапурҙа йәшәп өлгөргән, ә бер ай элек ул Бразилияға йәшәргә күскән. Бер йыл элек Айҙар донъя кимәлендә ойошторолған TransPac «Лос-Анджелес-Гавайи» тип аталған ике аҙналыҡ мажаралы регатала ҡатнаша. Әйткәндәй, унда Айҙарҙы Федор Конюховтың улы Оскар саҡыра. Яҡташыбыҙ был сарала “Минең планетам” телеканалы уҙғарған видеоға төшөрөү конкурсында еңеү яулай. Иң ҡыҙығы шул – Айҙар яңғыҙы сәйәхәт итмәй, ул үҙенең ҙур ғаиләһе – ҡатыны Ирина һәм өс улы менән бергә донъя гиҙә. Балаларына төплө белем бирергә лә форсат табалар Хәкимйәновтар. Өлкән улдары Арон һәм Арлан БР Йәштәр һәм опера һәм балет театрҙарында балалар опера арияларын башҡарып, тамашасы һөйөүен яулағандар. Ә быйыл Мәскәүҙә Ҙур театрҙа Илдар Абдразаҡов сәхнәгә сығарған “Атилла” премьераһында сығыш яһағандар. Айҙар үҙе ҡырҡ һөнәр алмаштырған: тәүҙә флейта класында уҡып, оркестр дирижеры дипломын ала, һуңынан радиотехника буйынса юғары уҡыу йортон тамамлай, аҙаҡ эшҡыуарлыҡҡа тотона. Айҙарҙың тормош девизы – бер ҡасан да туҡтамаҫҡа, бер урында тапанмаҫҡа! Үҙендә һәм балаларында ул “донъя кешеһен” тәрбиәләй. Сит илдә йәшәһә лә, Айҙар тыуған Башҡортостанын бер ҡасан да онотмай. "Башинформ" фотоһы. Автор: Римма Султанова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ya-tashibi-nisek-donya-keshe-e-n--yl-ng-n-487616/
Читайте нас: