Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Октябрь 2020, 16:01

Йәйәүле ғәйеплеме?

Фажиғә Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 111-се километрында теркәлгән...

Юл-транспорт авариялары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кәмемәй әле. Тәүлек эсендә генә ете авария теркәлгән, ун кеше йәрәхәтләнгән, бер йәйәүленең ғүмере өҙөлгән. Йәнә эскән килеш руль артына ултырған 65 водитель тотолған. Баймаҡ районында машина аҫтында ҡалған йәш кеше урында һәләк булған. Фажиғә Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 111-се километрында теркәлгән. 36 йәшлек Сибай кешеһе “Волга” машинаһында йәйәүлене бәрҙерә. Водителдең раҫлауынса, ир юлға көтмәгәндә йүгереп сыҡҡан. Һөҙөмтәлә ҡаты имгәнгән йәйәүле һәләк булған. Юлдарҙа аҙ ғына һаҡһыҙлыҡтың да төҙәтә алмаҫлыҡ фажиғәләргә килтереүе билдәле. Оло юл хаталарҙы ғәфү итмәй. Водителдәрҙең юл йөрөү ҡағиҙәләрен аныҡ үтәүен теләйбеҙ. Иҫән-һау йөрөгөҙ, йәйәүлеләрҙе хөрмәт итегеҙ! Фото:ЮХХДИ. Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Y-y-le--yepleme-483829/
Читайте нас: