Даирә
+5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Октябрь 2020, 05:14

"Тимурҙы нисек үлтергәнемде хәтерләмәйем..."

Шул саҡ баланың муйынындағы бауҙы күреп ҡала. Нисек итеп быуғанын хәтерләмәй. Үлгән баланы ҡулына ала ла...

Былтыр Башҡортостандың Дүртөйлө районында булған башҡа һыймаҫлыҡ енәйәт бөтә халыҡты шаҡ ҡатырғайны. Әсәй кешенең ике йәше лә тулмаған балаһын үлтереп, тиреҫ араһына күмеп ҡуйғаны асыҡланды. 29 йәшлек Юлиә Хәбироваға ошо көндәрҙә хөкүм ҡарары сығарылды – ул 15 йыл төрмәлә ултырасаҡ. Билдәле булыуынса, былтыр август аҙағында ҡатын төн уртаһында полицияға шылтыратып, карауатта йоҡлап ятҡан улы юғалыуы тураһында хәбәр итә. Хоҡуҡ һаҡсылары һәм ирекмәндәр баланы ике тәүлек буйы эҙләй. Һөҙөмтә ҡот осҡос: уны үҙ әсәһе быуып үлтергән һәм урамдағы тиреҫкә күмгән булып сыға. Ошо көндәрҙә “КП-Уфа” баҫмаһы был ҡурҡыныс хәлгә бер ни тиклем аныҡлыҡ индерҙе. Суд ваҡытында Юлиә үҙенең ғәйебен таныған, тик баланы нисек үлтергәнен иҫләмәгәнен әйткән. Шул көндә сәғәт дүрттә ул сабыйҙарын балалар баҡсаһынан барып ала. Уның улы Тимур һәм биш йәшлек ҡыҙы була. Көн ҡәҙимге үтеп китә, ҡатын киске 11-ҙә балаларын йоҡларға һала һәм үҙе лә ята. "Төндә ҡатын Тимурҙың ҡысҡырып илағанына уянып китә. Әсә кеше уны тынысландыра башлай, кефир бирә. Тик малай нығыраҡ илай. Ҡатын баланың муйынында бауҙы күреп ҡала. Нисек итеп быуғанын хәтерләмәй. Үлгән баланы ҡулына ала ла ихатаға сыға. Нисек итеп соҡор ҡаҙғанын, унда балаһын һалып күмгәнен һәм кире өйөнә ингәнен шулай уҡ иҫләмәй. Өйҙә Тимурҙың юҡлығын күреп ҡала ла, нимә булғанын аңламайынса, телефонын ала һәм урамға сығып полицияға шылтырата, улы юғалғаны тураһында хәбәр итә. Төндә өйҙәренә бер кем дә килмәүе, сит кешеләрҙең булмауы тураһында әйтә", – тип һөйләйҙәр судта. Полицияға шылтыратҡан саҡта ҡатын ныҡ ҡыҙған һәм тулҡынланған була, илай, тауышы ҡалтырана. Күршеләре ғаиләне имен тип ҡылыҡһырлай. Мөнәсәбәттәре яҡшы була, аралашып йәшәйҙәр. Күрше ҡатын белдереүенсә, Юлиә балаларын яратҡан, улар һәр саҡ туҡ, таҙа кейемле булған. Ә ҡатын өйөндә тегенселек менән шөғөлләнгән. Фото: "Бәйләнештә". Автор: Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Timur-i-nisek-lterg-nemde-h-terl-m-yem-488814/
Читайте нас: