Даирә
+9 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Октябрь 2020, 15:51

Салауат Юлаев премияһына кемдәр лайыҡ булды?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырҙы.

Быйыл был мәртәбәле премияға кинорежиссер Булат Йосопов һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Гөлсәсәк Саламатова – "Беренсе Республика" тулы метражлы нәфис фильмы өсөн; М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов һәм театрҙың баш рәссамы Альберт Нестеров – Гүзәл Яхина романы буйынса "Зөләйха күҙҙәрен аса" һәм Мәжит Ғафури повесы буйынса ҡуйылған "Ҡара йөҙҙәр" спектаклдәре өсөн; рәссам Хәтип Фазылов "Тыуған ил образы – ғөрөф-ғәҙәттәр һәм рухиәт" нәфис әҫәрҙәр циклы өсөн лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр исеменән режиссер Булат Йосопов сығыш яһап, “Башҡортостан” киностудияһының инешендә торған ветерандарға ҙур рәхмәтен белдерҙе. “Бөгөн тулы метражлы фильмдар төшөрөү өсөн беҙҙең бөтә мөмкинлектәребеҙ бар. Ошо йылдар эсендә йәш быуын кинематографистар үҫеп сыҡты. Беҙҙең фильмдар фестивалдәрҙә лайыҡлы баһалана. “Беренсе Республика”ны дәүләтебеҙҙең юғары наградаһы менән баһалауҙарына, әлбиттә, шатмын. Планда – башҡорт халҡының бөйөк шағиры Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрөү. Республика был йәһәттән ярҙам итер һәм фильм экрандарға сығыр, тип ышанам”, - тине ул сығышында. Башҡортостан Башлығы “Беренсе Республика” фильмын яратып ҡарауы, бик оҡшатыуы хаҡында белдерҙе. “Быға тиклем ҡарамаған булһағыҙ, барығыҙға ла тәҡдим итәм”, - тине Радий Хәбиров һәм лауреаттарҙы алда торған ҙур байрам – Республика көнө менән ҡотланы. Фото: Башинформ. Автор: Гөлдәр Яҡшығолова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Salauat-Yulaev-premiya-ina-kemd-r-layi-buldi-490224/
Читайте нас в