Даирә
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Октябрь 2020, 17:41

“Һәр берегеҙ – Башҡортостандың ғорурлығы!”

Бөгөн Өфөлә Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Һәр берегеҙ – Башҡортостандың ғорурлығы һәм уның алтын фонды, беҙ һеҙҙең менән һәм республиканың эҙмә-эҙлекле үҫешенә индергән өлөшөгөҙ менән ғорурланабыҙ, – тине төбәк Башлығы. Тантанала “Ойл-Сервис” йәмғиәте идарасыһы Әхмәт Ишмөхәмәтов – II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалы, Өфө дәүләт нефть техник университетының Өҫтәмә һөнәри белем биреү институты директоры Алексей Зац Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Валерий Апокинға, “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәте ветераны Роберт Асҡаровҡа, Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире Флүр Исмәғилевкә, Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты директоры Радик Мөлөковҡа – Салауат Юлаев ордены, ә яҙыусы Гөлнур Яҡуповаға Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты дипломы тапшырылды. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Миңзифа Исҡужина һәм композитор, йырсы Зифа Нагаева “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Радий Хәбиров бүләкләнгәндәрҙең барыһын да Республика көнө менән ҡотланы һәм ябай булмаған шарттарҙа иң элек һаулыҡ теләне. Фото: bashinform.ru Автор: Лилия Давлетбакова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/r-berege--Bash-ortostandi--orurli-i-490401/
Читайте нас в