Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Октябрь 2020, 13:33

Полиция бүлегендә ташлап киткән...

- Уны сабыйҙар йортона тапшырасаҡтар, бәлки, әсәһе аҡылына килер. Малай бик йәл, - тип борсола социаль селтәрҙә фекер алышҡан кешеләр.

Көпө-көндөҙ Өфөләге полиция бүлексәләренең береһендә бер йәшлек сабыйҙы тапҡандар. Ҡатындың бинаның ишек төбөнә баланы ташлағанын күреп ҡалғандар, әммә ул тиҙ эҙ һыуытҡан, йәһәт күҙ уңынан юғалған. Сабыйҙы 17-се дауаханаға урынлаштырғандар, ә фотоһын социаль селтәргә һалғандар. Бәлки, кемдер таныр, тигән өмөт менән. - Баланы сабыйҙар йортона тапшырасаҡтар, бәлки, әсәһе аҡылына килер. Малай бик йәл, - тип борсола социаль селтәрҙә фекер алышҡандар. “Кәкүк” әсәне шулай ҙа тапҡандар, уның шәхесе асыҡланған. Яуапһыҙ әсәгә ҡарата административ протокол да төҙөлгән, тик сабыйҙың яҙмышын был сара ғына яҡшыртмаясаҡ. Уға хәстәрле, йылы мөнәсәбәт, әсә һөйөүе кәрәк. Әлегә бала табиптар күҙәтеүе аҫтында, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Фото:Pl.vgorode.ua Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Politsiya-b-legend--tashlap-kitk-n-489731/
Читайте нас: