Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Октябрь 2020, 16:06

Октябрҙә тал сәскә атҡан

Урында йәшәүселәр был хәлгә үҙ аңлатмаһын биргән.

Көҙҙөң икенсе айында талдың сәскә атыуы – аномаль күренеш. Был ғәҙәттән тыш хәлгә Белорет районының Көнбайыш Мәйгәшле ауылы халҡы үҙ юрауын әйткән. “Был ағас яҙ – апрелдә йә май башында – сәскә ата. Халыҡ әйтеүенсә, тал көҙ сәскәгә күмелһә, көҙ оҙайлы һәм бик йылы буласаҡ", - тип белдергән урында йәшәгән бер ҡатын. Тик бына Башгидрометүҙәктә был әйтемде хупламағандар һәм “ысынбарлыҡтағы һауа торошо закондары”нан сығып эш итәләр икән. “Халыҡ һынауҙары ысынбарлыҡтағы хәлгә бик һирәк тура килә. Әгәр бындай хәл күҙәтелһә, ҡағиҙә булараҡ, был ни бары ябай тап килеү, - тигән синоптиктар. Улар фекеренсә, октябрҙә Башҡортостан биләмәһендә уртаса айлыҡ температура +4…+5 градус тирәһе торасаҡ. Ә был норманан 1,5 градусҡа юғарыраҡ. Шулай итеп, белгестәр октябрҙә көндәр ғәҙәти булмағанса йылы килер тип күҙаллай. Фото: Елена Жилинская. Автор: Айһылыу Низамова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Oktyabr--tal-s-sk-at-an-486939/
Читайте нас: