Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Октябрь 2020, 16:10

Ҡатындың үлемендә кем ғәйепле?

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһында Хәйбулла районынан 47 йәшлек ҡатын һәләк булған.

Кисә төндә Баймаҡ районында аяныслы хәл теркәлгән. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ юл трассаһының 150-се километрында авария була. "Митсубиши Лансер" автомобиле артында ултырған 26 йәшлек водитель алға уҙғанда юлда ыңғай барған "Фольксваген Каравелле" машинаһының ҡабырғаһына һуғылған. Бәрелеүҙән һуң "Фольксваген" автомобиле ситкә оса һәм түңкәрелә. Һөҙөмтәлә, машина салонындағы 47 йәшлек Хәйбулла районынан булған пассажир ҡатын ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Асыҡланыуынса, уның водителе транспортҡа идара итеү рөхсәт таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған һәм иҫерек килеш руль артына ултырған. Һуңғы ике көндә республика юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булған пассажирҙарҙың ғүмерҙәре эскән килеш транспортҡа идара итеүселәрҙең автомобиленә ултырыу сәбәпле өҙөлгән. Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: спиртлы эсемлектәр ҡулланып, руль артына ултырмағыҙ. Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ! Фото: ЮХХДИ Автор: Карима Усманова https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/atindi--lemend-kem--yeple-486268/
Читайте нас: