Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Октябрь 2020, 13:00

“Өйҙән сығырға ҡурҡабыҙ...”

Ауыл халҡы башта үҙҙәренә ҡырағай эттәр ташлана тип уйлаған. Баҡтиһәң, улар булмай сыҡҡан...

Шаһиттар таланып бөткән малдарҙың ҡалдыҡтарын видеоға төшөргән. Шулай итеп, бөгөн был яҙманы Борай районының Яңы Киҙгән ауылы халҡы социаль селтәргә һалған. “Ауылыбыҙ эргәһендә генә малдарҙың ҡалдыҡтарын таптылар. Бында, тегендә ашалғандар. Был – бүреләрҙең эшелер, тип уйлайбыҙ. Урамға сығырға ҡурҡабыҙ. Ут юҡ, юл да юҡ. Ауыл советына мөрәжәғәт иттек инде”, – ти видеола ир.
Борай районының Таҙлар ауыл биләмәһендә (тап уның биләмәһендә мал ҡалдыҡтары табылған) был хаҡта белеүҙәре һәм ауыл кешеләренең үҙҙәренә ялыу менән мөрәжәғәт иткәнлектәре тураһында әйтеүҙәрен хәбәр итә “UFA1” сайты. “Шылтыраттылар. Башта эттәрҙең малдарҙы ашау ихтималлығы хаҡында һөйләнеләр, аҙаҡ бүреләр хаҡында ла һүҙ булды. Әлегә үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ. Ауылда йәшәүселәргә төндә малдарҙы урамға сығармаҫҡа кәңәш иттек", – тип яуап биргән ауыл биләмәһе башлығы Илүс Дауытов.
Фото: animalphoto.ru
Автор: Айһылыу Низамова.
Читайте нас: