Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Октябрь 2020, 22:08

Поликлиникаға бармаһа, “үлгәнен” белмәҫ тә ине..

Регистратура хеҙмәткәрҙәре уның ике аҙна элек вафат булыуын әйтә.

Стәрлетамаҡта йәшәгән Сергей Семенов стоматология поликлиникаһына килгәс, үҙенең үлеме тураһында хәбәрҙе ишетеп, саҡ һуштан яҙмай. Регистратура хеҙмәткәрҙәре уның ике аҙна элек вафат булыуын әйтә.
-Паспорттағы бөтә мәғлүмәттәр ҙә минеке. Тик үлем диагнозы күрһәтелмәгән. Бына хәҙер банк карталарын, пенсия түләүҙәрен туҡтатырҙар, паспортты юҡҡа сығарырҙар инде, тип бик борсолдом, - ти Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында сығыш яһаған пенсионер.
Баҡһаң, бөтә пациенттарҙың мәғлүмәттәре тупланған “Промед” программаһына Сергей Семеновтың Һарытау өлкәһендә йәшәгән аҙашының үлем датаһы индерелгән. Уларҙың хатта тыуған көндәрендә лә айырма бары ике генә көн.
Шулай ҙа стоматологтың ярҙамын ул алған. Һуңғараҡ пенсионерҙы “тереләр” рәтенә индергәндәр. Сергей Семенов үҙ сиратында табиптарҙан йөрәк-тамырҙар системаһы холтер мониторингын үтеүҙә ярҙам һораған. Ул был тикшеренеү сараһын күптән көтә...
Фото:”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: