Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Октябрь 2020, 21:48

Пневмония ла, коронавирус та көсәйә

Башҡортостанда Govid-19 вирусы һәм пневмония йоҡторғандар һаны артыуын дауам итә.

Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһы диагнозы 47 кешелә раҫланған, шулай итеп, пандемия осоронда республиканың 9 098 кешеһе сирҙе йоҡторған. Дауаханаларҙа 108 ауырыу дауалана, алтыһы ауыр хәлдә, бер пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
714 ауырыу өй шарттарында дауалана. Вафат булғандар һаны үҙгәрешһеҙ – 42 кеше. Икенсе аҙна инде пневмония менән сирләү осраҡтары артыуы күҙәтелә. Һуңғы тәүлектә 186 кешелә ошо диагноз раҫланған (бынан алдағы тәүлектә - 178). 92 ауырыу һауыҡҡан.
Рәсәй буйынса хәл нисек? Оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек эсендә 11 115 кешенең сирҙе йоҡторғаны асыҡланған, 202 ауырыу һәләк булған, 6 699 пациент һауыҡҡан.
Тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: битлек-бирсәткә режимын, санитария-гигиена ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә кәрәк. Халыҡ күп тупланған ерҙән ситтәрәк булыу хәйерле, дистанция һаҡлау тураһында ла онотмайыҡ.
Фото: Олег Яровиков
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: