Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 22:39

Ҡырҡ кешенән етәү ҡалды

Шуларҙың икәүһе – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Өфө махсус отряды һуғышсылары.

Ҡазан ҡалаһы янындағы полигонда Рәсәй Милли гвардияһының Волга буйы федераль округы махсус ғәскәрҙәре хәрбиҙәре имтихан тотто. Улар мәртәбәле баш кейеме – ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге берет кейеү хоҡуғын яулау өсөн көс һынашты.
Тәүҙә хәрби частарҙа кандидаттар һайлап алыу турын үткәйне. Уларҙың йомғаҡтары буйынса ҡырҡ, шул иҫәптән Башҡортостандан дүрт кеше төп һынауҙа ҡатнашыу мөмкинлеген алды.
Егеттәр бер нисә көн дауамында һәләттәрен иҫбатланы. Финалда иһә уларға ошондай берет хужалары менән ҡул һуғышында еңелмәҫкә кәрәк ине.
Ярыш һөҙөмтәһендә 40 кешенән етәү генә ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге баш кейеменә эйә була алды. Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙың икәүһе беҙҙең яҡташтарыбыҙ – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Өфө махсус отряды һуғышсылары.
Фото: proural.info
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ir-keshen-n-et--aldi-486445/
Читайте нас: